Яңы 2014 йылға изге теләктәр

Яңы 2014 йыл - көнсығыш календары буйынса йылҡы йылы... Беҙҙең өсөн йылҡы малы - изге хайуан. Ат - башҡорттар өсөн иң яҡын, иң файҙалы, иң тоғро йорт малы. Ул ҡулға эйәләштерелгәндән алып кешегә тоғро хеҙмәт иткән һәм итә. Быйыл да беҙ эшебеҙҙә, тормошта һәм ижадта ат кеүек сыҙамлы, эшсән, тоғро булайыҡ, ҡәҙерле дуҫтар!