Яңауыл

Йәйеп киң ҡоласын, ҡаршылап ала ул,

Өҙөлөп тора ул — ҡунаҡсыл Яңауыл.

 

Кемгәлер тойола йыраҡта Яңауыл.

Ә беҙгә биҡ яҡын — йөрәҡтә яна ул.

 

Көмөштәй хәләл тир бал булып тама ул,

Май булып аға ул, дан булып ҡайта ул.

 

Йәшәүгә дарманы сәмеңде уята,

Әмәлен, дауаһын  йәнеңдә ҡуҙғата.

 

Ҡотопҡа киткәнгә ҡапҡаһын аса ул,

Изге, аҡ юл теләп,  оҙатып ҡала ул.

 

Үҙ күреп, өҙөлөп, ҡаршылап ала ул.

Йырға тиң тормошон тарихҡа яҙа ул.

 

Өмөтлө, хаҡ юлдан яҡтыға бара ул,

Хистәргә һала ул,  шиғри ил - Яңауыл.

 

Кемгәлер әсә ул, кемгәлер ана ул,

Кемгәлер йыраҡтыр, ә миңә яҡын ул,  -

Ялҡын ер - Яңауыл.

 

2003.