Йә фирҡә, тип, иттифаҡ, тип...

Йә фирҡә, тип, иттифаҡ, тип,
Йәнде фиҙа ҡылыуҙан
Тормош яҡшырып китәме,
Ойошмалар ҡороуҙан,
Башты ташҡа ороуҙан.

Таш быуат кешеләренә
Фирҡә хәжәт булмаған,
Аш кәрәк булған иң әүәл,
Шунһыҙ һунар уңмаған,
Йәненә ҡот ҡунмаған.

Таш быуатта йәшәмәйбеҙ,
Әммә ҡырағай ҡанундар
Кешене бер-береһенән
Айырырға хаҡлылар.