Васыят

Васыят

 

«Үлгәс тә мине ерләгеҙ

Ғәзиз Украинамда...»

Тарас Шевченко.

Мин үлгәс,

мине ерләгеҙ

Яңы Ергән һыртына —

Таңатарҙың ҡаршыһына —

Оло юлдың артына.

Ишетеп ятайым унда мин

Замананың шауҙарын,

Ҡарап ятайым ҡарайған

Мәмбәт, Турат тауҙарын.

 

Унан бигерәк, ятайым мин

Башаҡ шауҙарын тыңлап,

Баш осомда буҙ турғайҙар

Йәшәү данлаһын сырлап.

Рәхәтләнеп һулайымсы

Әрем, юшан еҫтәрен,

Убаларҙа сал ҡылғандың

Моңайғанын кистәрен.

 

Ә  туғайҙарҙан эркелһен

Йәшел үлән еҫтәре,

Сәскәләрҙең айырайым

 Хуш еҫтәрен, төҫтәрен.

Таңатар яғынан килгән

Ишетеп арба тауышын,

Тороп ултырырмын сығып,

Ҡәберемдән шыуышып.

Тик улар мине танымаҫ —

Яңы заман улдары,

Үҙҙәре — ят, һүҙҙәре — мат,

Ҡойон  кеүек уйҙары...

 

Шулай ҙа бар үтенесем

Килер быуат улына:

Өйөнә кис ҡайтҡас алһын

Китабымды ҡулына.

Белер ул кем икәнемде

Уҡып шиғырҙарымды,

Бәлки, үҙ итер йәненә

Минең йөрәк зарымды.

 

Кемлегемде әйтһен ине

Һорағанда балаһы:

“Ҡәҙим бабай йырҙарында

Данлаған, тип, далаһын…”

Балаһы яңы замандың

Сәскә һалыр өҫтөмә.

Мин тынырмын,

Булып риза —

Халҡым ала иҫенә...

1990.