Вагонда

Тыҡ та тыҡ килә тәгәрмәс
Рельс өҙөктәрендә,
Бөтмәй юлдың михнәттәре
Тора үҙәктәремдә.

Ҡабырғаларым татыны
Вагондың ҡаҡ таҡтаһын.
Аунатһа ла, алдатһа ла
Тормош инде ҡаҡмаһын.

Ҡабырғалар һанаһа ла
Ҡаҡ һике ҡатыларын,
Өмөт барыбер татлыраҡ —
Юлдарға атыламын.