Үҙеңсә

Депутат дуҫыма

 

Күпме мөмкин инде ялбарырға

Күктән төшөр хоҙай рәхмәтен?

Бер ни көтмә беҙҙең

«алла»ларҙан,

Бирһә бирер ҡаза-зәхмәтен.

 

Үҙ иркеңде һорап алаһың һин,

Һорап алғас — ирек буламы?

Үҙ ереңде кире алыр өсөн

Бүрек һалғас — ирлек буламы?

 

Һаҡлаһаң да иҫке межаларҙа

Олатайҙарҙың изге имзаһын

Үҙең хужа түгел,

ҮҘӘК хужа.

Ул ни ҡушһа — шуға ризаһың.

 

Шул ҮҘӘК бит,

Өҙөп үҙәгеңде,

Елек майың һура ҡаҙнаға.

Үҙең мохтаж,

Әммә ҡайҙа рөхсәт!

Бүтәнгә — бар.

Һиңә — ҡалмаған.

 

Алтыныңды алып,

Ер йырталар,

Тәтемәй ҙә һиңә бөртөгө!

Кәртә артыңда нефть-газ урғыла,

Яғыулыҡһыҙ күпме йорт-өйөң!

 

Ағастарҙы инде ҡыра торғас,

Шәрә ҡарттай ҡалды тауҙарың,

Башҡорт урмандарын киң Союздан

Кемдәр генә йөрөмәй ауҙарып!

 

Бөрйәндәге күпме ҡарағайҙы

Алыштырҙыҡ фураж, һаламға?!.

Эш күрһәтте «уңған» мелиоратор

Киптерҙе лә һаҙлыҡ... яланда.

 

Үҙебеҙҙең баштар эшләмәгәс,

Үҙәктәрҙең үтәп әмерен,

Ошо хәлгә ҡалдыҡ —

Ҡылынғандың

Ҡайтарабыҙ хәҙер әжерен.

 

Рәнйене тел.

Кәмһетелде тарих.

Ташбаштарҙың үтәп әмерен,

Нисә быуын инде кешеләрҙең

Рухы зәғиф, йәне емерек!

 

Күпме йәшәрбеҙҙер меҫкен булып

Фенол йотоп, нитрат һоғоноп!..

Беҙ бит —

Ергә йәшәү бүләк иткән

Ғорур Урал батыр тоҡомо!

 

Кем һаман да үҙен батша һанай,—

Китмәһендәр әле онотоп:

Беҙ бит —

Батшаларҙы ҡалтыратҡан

Салауат, Батыршалар тоҡомо!..

 

Бөгөн иһә

Үҙ өйөңдә үҙең

Әллә өйҙәш, әллә килмешәк?

Шулай булды.

Тағы шулай булыр —

Яҙмышыбыҙ менән килешһәк!

 

Бер кемдән дә

Бер ни һорамасы,

Килде заман — хәл ит үҙеңсә!

Үҙ иркеңә үҙең хужа бул да

Үҙ ереңдә йәшә үҙеңсә!

Үҙеңсә!..