Үҙеңә юл

Үҙ-үҙеңә ҡайтыу – еңел эшме?
Ул – үҙеңде табыу түгелме?
Үҙеңә юл ята һыуҙар аша,
Йә иңләйһең ҡурғаш күгеңде.

Үҙеңә юл ята упҡын аша,
Үҙеңә юл оса тауҙарҙан.
Дауыл үтә таҙараһың әле,
Ҡотолалһаң күпме ауҙарҙан.

Үҙеңә юл
Таңдан башлана ла
Һуҙыла сал ғүмер кисенә.
Берәү уны уҙа алмай туҙа,
Берәү батырҙарса кисерә.