Үҙем дала улы булһам да...

***
Үҙем дала улы булһам да, гел
Һаҡмарым тип ҡайтам һағынып.
Шайтантауҙан осоп китермендәй,
Сихри ҡанаттарҙа ҡағынып.

Аяк тарта Һаҡмар буйҙарына,
Таналығым кеүек күренә.
Халҡым тарихына
Ярҙарҙағы
Ҡат-ҡат таштар аша үреләм.

Ауыр уйҙар Һаҡмар һыуҙарына
Ишелеп төшкән һымаҡ иңемдән.
Тыуған халҡым!
Йыйыр ынйыларым,
Йылғаларым төбөндәге кеүек,
Күңел төптәреңдә емелдәй!..