Үҙ телемдә һиңә өндәшәм

Быуаттарҙың матҡып ялдарынан,
Мәңгелек мәл менән тиңләшәм.
Бер һүҙемдән мине аңларһың, тип,
Үҙ телемдә һиңә өндәшәм.
- Милләттәшем, һиңә өндәшәм!

Ҡурай моңло, балдай наҙлы телдә
Ҡурҡмай-өркмәй иркен һөйләшәм.
Башҡорт теле — һин аңлаған тел бит,
Үҙ телеңдә һиңә өндәшәм.
- Һаҡла телең! — тиеп өндәшәм.

Ныҡ тамырлы, сәсән телебеҙҙән
Тар күңелдәр генә көнләшә.
Көнләшһендәр!
Тел һөйгәнгә генә асып йәнем,
Үҙ телемдә һиңә өндәшәм:
- Йәшә, телем! —тиеп өндәшәм.

2006.