Уйҙарым

I

Уйҙарымдың осона сыға алмам,
Сыға алмау хатта хәйерле.
Уйһыҙ йәшәү – утһыҙ йәшәү кеүек,
Утһыҙ йәшәү – ҡара ҡәберлек...
Ҡалдым тағы уйҙар ҡойононда,
Күңел генә бер аҙ бошона.
Күпме ғүмер төпһөҙ уйға батҡан,
Сыға алмаған уның осона...

II

Бына тағы Ваҡыт бурандары
Аҙаштыра беҙҙе юлдарҙа.
Юҡ, көтмәйбеҙ хәҙер даһиҙарҙың
Етәкләгәндәрен ҡулдарҙан.
Тик еңелдән булмаҫ килер быуат,
Тимер быуат һымаҡ тилмертер
Миһырбанлыҡ, сафлыҡ, ғәҙеллеккә,
Имандарҙы юйып тилертер...

III

Беҙҙең быуат инде байып бара,
Айнып бара ҡойған шараптар,
Һайығып та бара моң даръябыҙ,
Тарығып та бара тарафтар.
Ни аяныс – ҡалыр донъяларҙың
Ҡото-йәме китә йөҙөнән.
Ни әйтер ҙә икән бүлә-тыуа
Көн итмештәр төшкәс үҙенә?

IV

Ҡыҙыҡ тормош килә балаларға,
Яҙыҡтары ғына булмаһын,
Ризыҡтары әйҙә мул булһын да
Низағтары ғына булмаһын.
Үҙ заң-моңо була һәр замандың,
Үҙ золомо була ямандың.
Күңелдәрен ниҙәр биләһә лә,
Үҙ урыны булһын имандың...

V

Алғанғаса һуңғы һулышымды
Уйҙар мине сит-ят итмәҫтәр.
Мин донъяны ташлап киткәндә лә
Уйҙар мине ташлап китмәҫтәр.
Йәнем уйлар йәш бер малай булып,
Рухым йәшәр уның рухында,
Уйым тынғы бирмәҫ ул балаға,
Зиһене ҡайнар хыял утында...