Уяныу (Юван Шесталовтан)

 

Бәлә-ҡаза тайга түшен  иҙеп,

Ыжғыр буран булып шашҡанда,

Ҡыҫыр ырыҫ ҡырыҫ ерҙән биҙеп,

Ҡырағай болан булып сапҡанда,

Шишмәләрҙең зарын йыйып килеп,

Һағыштан Обь ҡубып-ташҡанда,

Атайымды олатай кәрткә һалған,

Михнәтенән бер аҙ йыуанып...

Шул саҡ бына

Яңы тыуа ғына

Башлағандыр минең

Уяныу.

 

Тыумаҫ борон уяныуым минең!

Балыҡ еҫе һеңгән түшәктән,

Араҡынан,

Әсе  ыҫ-төтөндән... —

Тормошонан туйып бөтөнләй,

Иләнмәгән ҡыптыр тире менән

Туңып барған тәнен ҡаплағас,

Олатайым, һоро айыу кеүек,

Олағып  сығып киткән тайгаға.

Чум төбөнә боҫҡан атайымдың

Баш осонда бүре олоған.

Таңдан тороп, хәлһеҙ ҡулын яҙып,

Йәйә бөккән ҡанһыҙ хужаға,

Күҙ йәш йотоп, балыҡ аулаған...

Ә эсендә нәфрәт тулаған.

Шул ҡәһәрле ҡышҡы селләләрҙә,

Сыҡмағанда ҡояш йыбанып,

Атайымды аслыҡ ҡырҡҡан мәлдә

Уяндымы әллә

Уяныу?

 

Нәфрәт уты, өмөт осҡондары

Сигендергәс оҙон ҡыштарҙы,

Килеп етте беҙгә аҡ бәхеттәр,

Ҡанатына ҡунып ҡоштарҙың.

Остан-осҡа Обте сайҡалдырып,

Алыҫ төбәктәрҙе уятып,

Хәбәр итеп яҡты көн тыуаһын,

Яңы заман ҡапыл балҡып киткәс,

Уянды һәм ҡалҡты Уяныу!

 

Бешкән генә еләк еҫе килә

Һыу бауырлап иҫкән елдәрҙән;

Бүре күҙе түгел, Обь буйында

Ут сылбыры баҙлай төндәрҙә.

Бына муксун[1], йәш ай кеүек кенә,

Ялтлап китте көмөш ауҙарҙа.

 

Һил тантана!

Бары ҡарт кедрҙар —

Ҡайтып төшкән кеүек яуҙарҙан —

Һаман уяу тора.

Һәм моң һуҙа,

Был моң йөрәк майын гел һыҙа,

Төтөн булып күҙҙән йәш һыға...

 

Шағирҙарҙың шундай хоҡуғы бар:

Тыуыр көндә атлай ашҡынып,

Үткәндәрҙе барлай йыш ҡына.

Ата-бабам зарын онота алмам,

Алыҫайған һайын  борондан;

Гел йырлармын мең аҙаплы,

даулы

Бөйөк уяныуым турында.

 

1965-1975.

 

[1] Муксун – балыҡ исеме.