Утлы кисеүҙәр

Утлы кисеүҙәр

 

Минең алда, атай, һин бер һында —

Әсәй һөйләгәнсә — тораһың:

Ҡолас ташлап, колхоз баҫыуында

Ғәйрәтләнеп ашлыҡ ураһың!..

 

Һуңғы хатың булған Днепрҙан —

Кисеү бирмәҫ утлы йылғанан.

Әллә һыуҙар аҡҡан, ярға һыймай,

Әллә —ил нәфрәте урғылып.

 

Һеҙгә яуған уттан,

Ерҙә үрттән

Күктәр торған төнөн алланып.

Ул уттарға бағып,

Әсәм һиңә

Еңеү теләгәнен аңлайым.

 

Әммә еңеү менән ҡайтты... ҡағыҙ,

Ике һүҙе өтә күңелде:

«Хәбәрһеҙ  юғалды...»

Нисәмә йыл

Әсәм көттө, көтә үҙеңде,

 

Һәр көн иртән оло урамдағы

Һалдат һәйкәленә күҙ һала:

Иң ҡәҙерле кешеһенең бында

Ҡайнар йөрәгеләй ут яна.

Шул билдәһеҙ һалдат һин түгелме?

Мин һәйкәлгә киләм күҙ терәп.

Йөрәк утың ана

Әсәйемдең

Күҙ йәштәрен инде киптерә...

 

Мин дә, атай, һалдат булдым,

Күрҙем:

Нисек оса мина ярсығы.

Әммә һиңә төшкән һынауҙарҙың

Татыманым хатта  тамсыһын.

 

Мине поста ел-дауылдар һуҡһа,

Һине өттө ҡурғаш ямғыры.

Походтарҙа яндым...

Әммә улмы —

Атакалар ҡаҡҡан яу ҡыры?!.

 

Тормош миңә — даръя,

Кисеүенә

Ҡуйылмаған билдә ҡолғанан.

Әммә һинең кисеүҙәрең, атай,

Бының ише генә булмаған.

 

Күҙ алдымда һаман:

Һин баҫыуҙа

Ғәйрәтләнеп ашлыҡ ураһың...

Берсә ярһыу Днепр ташҡынында

Утлы кисеүҙәрҙе яраһың...

 

Юлым ауыр, текә булған һайын

Ошо һының алда сайҡала,

Командирҙай әйҙәй атакаға! —

Даръя сигә, тауҙар саңҡая.

 

Эҙҙәреңдән барам.

Эҙең мине

Утлы кисеүҙәрҙән сығара

Һәм, билдәһеҙ һалдат һыны булып,

Алдарыма баҫа, сыға ла.

 

Шул һәйкәлдең гранит күкрәгенә

Уйылған да, атай, исемең,—

Ерҙә  йәшәй,

Минең быуын менән,

Ә мин — һинең тере төҫөңмөн.