Үт, йәшен!

 

(А. С. Пушкиндан)

 

Тулҡындар, һеҙҙе кем әүрәтте,

Тышаулап ғәйрәтле  сабышты,

Бығаулап ярһыу сың-ағышты,

Өнһөҙ бер  быуаға әүерелтте!

Кемдең һуң сихырлы  таяғы

Имгәтте өмөт, моң, шатлыҡты,

Миндәге дауылды,  сафлыҡты

Быуҙы ла  йоҡлатты аяуһыҙ!..

 

Уйна, ел, ҡалҡһын һыу, сил булып,

Һәләкәт терәген  ҡаҡшатып;

Үт, йәшен, — азатлыҡ символы,

Ирекһеҙ  даръяны  сайҡалтып!..