Ут алдында уйланыу

Мейестә дөрләп ут яна:
Ҡайын утындар уфтана;
Табаҡ-табаҡ туҙ һыҙлана,
Ярҡалар баҙлап ҡуҙлана…

Ә башта уйҙар ҡуҙғала,
Маҡсаттар алға ҡуйыла;
Кәңәштәр шунда ҡорола,
Бәхәстә фекер ҡуйыра.

Ултырғанда ут алдында
Бар донъя йылы тойола.
Буш бәхеткә оҡшап ҡына
Алдарыма көл ҡойола.

Ут яна – күҙҙәр ҡамаша,
Мейестә – хайран тамаша!
Осҡондары күккә аша…
Башымда мең уй ҡайнаша.

Донъя вайымдары ҡаты –
Кеше мәңге уй эсендә…
Беҙ ҙә янабыҙ түгелме,
Утын кеүек,
Ут эсендә,
ут эсендә?..

Ут – мөғжизә,
Донъя – ғәжәп,
Уйлайым да, эй, таң ҡалам:
Инде генә сыҡтым тиһәң,
Уттан алып,
һыуға мана,
Һыуҙан алып,
утҡа һала…