Умырзая

Тау башында умырзая
Ҡарай түбән эйелеп:
Ауыл күсмәгән әле, тип,
Сайҡала ул һөйөнөп.

Тау башында умырзая
Елдәргә ҡаршы ҡарай,
Кәкүк кенә муйыллыҡта
Үткән ғүмерен һанай.

Тау башында умырзая,
Уға бар ауыл ҡарай:
Әле бында ҡалабыҙ, тип,
Сәскәгә ғүмер юрай...