Үлмәһен рух!

Башҡортостан Республикаһының

беренсе Президенты Мортаза

Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа

 

Халҡыбыҙҙың һин арҙаҡлы

ғәзиз  улы,

Халҡың юлы - һинең тотҡан

изге юлың,

Ил алдында иң юғары

                                       биргән антың

Йөрәгеңдә яна, булып һүнмәҫ ялҡын.

Барса әҙәм кеүек һин дә —

ябай кеше,

Әммә илдәр иңдәрендә

балҡый эшең.

Батырҙар ҙа мохтаж  күңел

йылыһына,

Күп булһа ла тирә-яҡта

дуҫың-ишең.

Йөрәгеңдә ил ҡотондай —

һүнмәһен ут,

Ата-баба аманаты —

үлмәһен рух!

Саның оло, Урал-тауҙай

дәрәжәле,

Аҡ намыҫтан айырыла

күрмәһен  ул,

Бар халҡыңдан айырылыу

белмәһен  ул!