Уҡытыусыма

Ауылыма ҡайтһам, донъя айҡап,
Бағауыллап әсәй ҡаршылай.
Мәктәбемә инһәм, уҡытыусым
Атам һымаҡ килә ҡаршыма.
Күҙҙәрендә һүнмәҫ өмөт тулы
Мине һаман арбар ҡараш бар.
Минең ише йәш бөркөттәр өсөн
Ҡуйылаһы күпме ҡанат бар!

Китап биттәренә ҡойолғандыр –
Һирәгәйгән түбә сәстәрең.
Белем биреү генә етмәй тинең,
Күрҙең хатта ата хәстәрен.

Етемдәргә таптың кейем, ризыҡ,
Мәктәп юлын буран баҫманы.
Балаларҙы илттең йылы өйгә,
Үҙең яттың китап яҫтанып…

Йылдар ауыр булған,
Ләкин халҡым
Яҡты нур артынан атлаған.
Тирмәләрҙе тишеп ингән ул нур,
Ҡараңғылыҡ йөҙөн аҡлаған.

Һиңә өлөш төшкән – ошо нурҙы
Мең-мең күңелдәргә һалаһы.
- Белем – нур ул, - тинең, уҡытыусым, —
Нурлан әйҙә, башҡорт балаһы!

Уҡытыусым, һөйөн, бөркөттәрең
Осҡан булһа һинән шәберәк.
Тик һин беҙҙе тәүләп ҡанатланың,
Беҙҙә һин ҡабыҙған шул йөрәк.

Уҡыусыңа булған изгелектең
Һаман дөрләй бөтмәҫ ялҡыны.
Уҡытыусым, шуға һин ҡәҙерле –
Ата-әсәм кеүек яҡыным.