Үкенерһең

Һәр көн таңда
Тышҡа сыҡҡаныңда
Елгә ҡыуан,
Ҡыуан ямғырға,
Йүгерешкән көмөш тулҡындарға,
Япраҡтарҙың шиғри шауына,
Моңло, дәртле ҡоштар һайрауына,
Сәскәләрҙең ихлас наҙына…

Ҡыуана бел,
Был донъяның йәмен
Күрә,
ишетә,
тоя алғанға.
Үкенерһең юҡһа,
Бер мәл килеп,
Бөтәһе лә тороп ҡалғанға.

Таш тәгәрәй тауҙан

Таш тәгәрәй тауҙан,
Иҙә-иҙә
Бөжәктәрҙе, сәскә, үләнде.
Ыңғырашып ҡына барып ятты –
Кем яратһын инде түбәнде?..

Яңы биҙәк кеүек булды был таш
Һаҙамыт бер ергә, уйпатҡа.
Бында, гүйә, ваҡыт ойоп ҡалған,
Хыял ҡасҡан бынан.
Уй батҡан.

Таш башланы бында яңы тормош,
Бүтәнсәрәк йәшәү “тоҙо” ла:
Яурынына элек бөркөт ҡунһа,
Тәлмәрйендәр хәҙер ҡыҙына…

Башҡаларға ыҙа килтерәбеҙ
Беҙ ҙә шулай осһаҡ түбәнгә.
Гөнаһтарҙы ятҡа ауҙарабыҙ,
Ауырлыҡты һалып бүтәнгә…

Бер эҫеле, бер һыуыҡлы булам,
Кителеп осһа ҡая таштары…
Тәгәрәгән саҡта һуңғы тапҡыр,
Рәнйетмәһәм ине яттарҙы.