Учалы

Алтынлы, ҡайынлы Учалы,

Моңло  яҡ, нурлы яҡ, Учалы,

Ирәмәл түбәле Учалы,

Ирәүән төйәгем, Учалы.

 

Учалы — изге  йән халҡымдың

Күлдәрҙән тәрәнтен күҙҙәре,

Һәр  ауыл ҡартына-йәшенә

Сәсәнлек һәләтен бөркөгән

Ҡобағош, Аҡмулла эҙҙәре.

 

Учалы — ҡаһарман халҡымдың

Ҡалҡандай ҡалҡынған күкрәге.

Ер һаҡлап, ил яҡлап талпынған

Мортазин батырҙай күкрәнең.

 

Көнөң аҡ, юлың хаҡ, Учалы,

Йәшмәңдәй  йәшәр гел,  Учалы.

Беҙ һиңә  бағынып йәшәрбеҙ,

Йөрәккә хис алып,  ут алып!

Ҡот алып, Учалы!..

1993