Тынлыҡ ауазы

- Шомло, сихри Шүлгән батшалығы!
Аҡбуҙыңа менеп сабайым!
Сабайым да
Сарсауҙарҙы баҫыр
Тере һыуҙы эҙләп табайым!..

Шүлгән өнһөҙ.
Бары бер өҙлөкһөҙ
Ер тамыры һуға “тып” та “тып”,
Ҡаҡ таштарҙы талҡан итеп онтар
Тамсы шулай ҡаға шынаһын...

О юҡ!
Тынлыҡ түгел,
Был - Мәңгелек
Гранит ҡаяларға уралған.
Асылда шул тынлыҡта бит Тормош,
Һиллектә бит Йәшәү яралған.

Ишетәм унда Сабый ауаздарын,
Ҡолаҡ аулай Йыһан дауҙарын...
Уралҡайым!
Ғәййәр күкрәгеңдә
Ҡайнай яңы Заман аһ-зары?!
Тыуа шулай тынлыҡ шаңдауы!..

2003.