Тәүге ҡарҙар

 

 

Һин киткәндә тәүге ҡарҙар яуа,

Күңелдәге яҡты теләктәй.

Һин борсолма, һалҡын теймәҫ миңә —

Ҡалдырҙың бит ялҡын йөрәктә.

 

Һин киткәндә тәүге ҡарҙар яуа,

Аҡ юл теләп минең исемдән.

Ҡалын көрттәр ҡаплап киткәндә лә

Беҙҙең һуҡмаҡ сыҡмаҫ иҫемдән.

 

Һин киткәндә тәүге ҡарҙар яуа,

Ерҙе биҙәп иң саф төҫтәргә.

Тәүге ҡарҙар һин киткәс тә миңә

Яңы ҡайғы, борсоу өҫтәрҙәр.

 

Һин киткәндә тәүге ҡарҙар яуа,

Яҙға алыҫ, тиеп, иренеп...

Ә һин, ҡайтыр булһаң,

Яҙҙы көтмә,

Ҡайт та төш ҡыш, ҡарҙар иретеп!