Төш

Белдереүҙәр элеп кисәһенә,
Тере саҡтағынан бар итеп,
Ҙурлағанға микән –
Юрға менеп,
Ҡайтып төштө… Рәми Ғарипов.

Ҡиәфәте шул уҡ – йөҙө көләс,
Ҡоламаҫҡа баҫҡан торошо.
Әллә моңһоу, әллә кәмей төшкән
Күҙҙәренең генә ҡоросо.

Эркелешеп һырып алабыҙ ҙа
Күрешәбеҙ ҡайнар ҡосаҡлап,
Тыйылғыһыҙ, ихлас күҙ йәштәре
Тәгәрәшеп төшә борсаҡтай.

Шаҡ ҡатырғыс, көтөлмәгән хәлдән,
Ҡыуаныстан үкһеп алабыҙ.
“Шыңшымағыҙ әле, егеттәр!” – тип
Туҡтатып та ҡуя ағабыҙ.

Элеккесә һалмаҡ ҡына һорай:
“Йә, китаптарығыҙ сығамы?...”
Йәш башыбыҙ менән беҙ йомшарҙыҡ,
Ә ул, ҡартлас булып, сыҙамлы.

“Ярай, минең барыр ерҙәрем күп,
Егет булып, ебеп тормағыҙ…”, -
Бүтән ләм-мим.
Китте.
Йәйәү генә…
Төш-төш инде.
Зинһар, бормағыҙ.

1986 йыл, 21 август.