Тауыҡ йылын оҙатҡанда

(1993)

Бөтөп барған йылдың — һуңғы ҡары,
Һуңғы мәшәҡәте, туҙаны...
Тауыҡ йылы менән һаубуллашып,
Эт йылына атлап уҙамын.

Тауыҡ йылы, үҙенә тоғро булып,
Мәжбүр итте ерҙе тырнарға,
Һынауҙары хаттин ашып китте,
Өс ҡат тирене лә тунарға.

«Тауыҡ мейе» тигән яманатты
Күтәрә бит бәғзе әҙәмдәр, —
Шул тауыҡтың төшөп аңралығы,
Китте әллә беҙҙән әҙәптәр?
Ер иҫкерҙе. Ерҙә әҙәм туҙҙы,
Йәнен йәбер, нәфсе, үс өтә.
Инде йәндәш,
бағып үткәненә,
Тәңреһенән шәфҡәт, ҡот көтә.
Ни күрһәк тә, нимә кисерһәк тә,
Мөсәлдәрең уҙһын, эй кешем!
Беҙ — ер балалары булып тыуған,
Йәшәтер ер, һөйөү һәм эшең...