Татыулыҡ

Таналыҡты ҡайттым һағынып,
Ҡуш һандуғас һайрай ҡағынып:
Шатлыҡ уртаҡ, уртаҡ моңдары,
Дуҫлыҡ хакимлығы ни бары!..
Һандуғастар татыу һайраша,
Һандуғастар белмәй алдаша…

Ҡошҡайҙарым бер мәл моңланды,
Хәүеф һиҙеп, күңелем шомланды:
Ояларын кемдер туҙҙырған,
Золомлоҡто сиктән уҙҙырған.
Һандуғастар нисек моңая!
Ҡоштар һағышынан уйланам…

Һандуғастар тағы талпына,
Ҡанаттарҙа илһам ҡалҡына:
“Йәшәү йәме әле бөтмәгән!..
Йыр-моң беҙҙе ташлап китмәгән…”
Һандуғастар шундай һайраша!
Һандуғастар белмәй алдаша…