Таналыҡ тауышы

Таналыҡ тауышы

 

Инеш

 

Бисмилләһи-рахмәни-рахим.

Әл-хәмдүлилләһи раббил-ғәләмин.

Әр-рахмәни-рахим.

Мәлики йәүмиддин.

Ийәкә нәғбүдү үә ийәкә нәстәғин.

Иһдинә-ссыйраталь мустәҡим.

Сыирата-лләҙинә әнғәмтә ғәләйһим

ғаирилъ-мағдуби ғәләйһим үә лә-

ддальлин. Амин...

 

Аҡсарлаҡтар талғын сайҡалғандай,

Бәүелә моң даръя өҫтәрендә.

Ҡөрьән моңо,

һыҙып күкрәктәрҙе,

Балҡый күктә йәйғор төҫтәрендә.

 

Илшат хажи,

Айҙар юлдаш һәм мин

Таналыҡтың ташлы тын ярында

Һыуға бағып,

Һыуға өндәшәбеҙ —

Һыу төбөндә ҡалған әруахтарға.

 

Һыу көҙгөһө — сихри экранмы ни?! —

Сағылдыра бөтә дәүерҙәрҙе:

Үткәндәр ҙә баға,

Бөгөнгөм дә...

Абайлайым уҙған ҡәүемдәрҙе...

 

Һыу көҙгөһө китә дөмһәреп тә —

Шомло хистәр биләй күңел түрен.

Тулҡындарҙың ярһып үрәпсеүе

Елдән түгел,

ай-һай елдән түгел!..

 

Тулҡын теле менән

«уф-уф, уф-уф» —

Әллә сәләм бирә,

әллә илай —

Йәннәттәге әруахтарым һыуҙың

 Ауырлығынанмы ауыр һулай?..

 

Тулҡын теле менән шаулау, ярһыу...

Шунан башҡа тағы ни сарағыҙ?! —

Ерҙә гонаһлы беҙ бәндәгеҙгә,

Әруахтарым,

шулмы ишарағыҙ?

 

Был донъянан бер мәл киткәнһегеҙ,

Ҡалағыҙҙы йылдар, ҡомдар күмгән.

Инде килеп,

өҫтөгөҙҙә — диңгеҙ!

Рәнйеүегеҙ беҙгә булмай кемгә?!

 

Ерҙән килеп, ергә киткәнһегеҙ,

Риза булып шунда ятыр өсөн,

Көнгә, Айға, алыҫ йондоҙҙарға

Аяҙҙарҙа ҡараш атыр өсөн.

 

Тупраҡ-юрғанығыҙҙы астыҡ та

Оло хилафлыҡҡа ник юл ҡуйҙыҡ —

Өҫтөгөҙҙә диңгеҙ йәйер өсөн

Һөйәктәрегеҙҙе ник ҡуҙғаттыҡ?

 

Ә бит ниәт ине:

Һеҙҙе таныу

Аңыбыҙҙа,

Яңы таңыбыҙҙа,

Баҫһын һеҙҙең шөғөл алдыбыҙға,

Аҡһын һеҙҙең дәрт-ут ҡаныбыҙҙа...

 

Ишетелер һеҙгә Ҡөрьән моңо —

Һыу тәрән дә,

әммә гәлсәрҙәй саф.

 Тәрәнерәк әҙәм күңелдәре,

Болғансыҡ та...

Бара кәмеп инсаф...

 

Ятһынмағыҙ, зинһар,

Үҙегеҙгә

Беҙ фәҡирҙәрҙе лә иш итегеҙ.

Уҡыла был доға һеҙҙең рухҡа,

Ишетегеҙ,

зинһар,

ишетегеҙ!..

 

Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-ражим.

Бисмилләһи-рахмәни-рахим.

Аллаһүлә иләһә иллә һүәл-хәййул ҡаййум.

Лә тәъхуҙуһу синнәтун үә лә нәүм...

 

1 бүлек

 

***

 

Ябалаҡлап, яйлап, күмәртәләп

Еркәйемә яуа саф аҡ ҡар.

Барлыҡ донъя аҡҡа төрөнгәндә

Уйҙарым да минең хаҡ-аҡтар.

 

Тик бер юлы бер ни камил булмай,

Үлсәүҙәргә һыймай самалар.

Сафлыҡтан да мин сәсәйем кеүек,

Аҡлыҡтан да күҙҙәр ҡамаша.

 

Донъя әле, шөкөр, тыныс кеүек,

Күңелгә нур, ҡот, наҙ яғыла.

Ауыр уйҙар оса әллә ҡайҙа,

Йәшәгеләр килә тағы ла.

 

Ҡар — ҡар инде.

Яҙҙар етеү менән

Ҡарҙарҙан быу ғына ҡаласаҡ.

Бынау ап-аҡ ҡарҙай

пак, гонаһһыҙ

Ине минең дә бит баласаҡ!..

 

Миҙгелдәрҙе миҙгел алыштырып,

Аға ваҡыт, тағы ағасаҡ.

Ап-аҡ ҡарҙар иреп аҡҡан кеүек,

Ағып китте яҡты баласаҡ...

 

Эх, ҡайтаһы ине баласаҡҡа,

Уйһыҙ, моңһоҙ саҡҡа әйләнеп!

Мүкле таштай ауыр был тормоштар

Китер ине бер аҙ йәнләнеп!..

 

Ҡайтам әле Баласаҡ иленә,

Юҡ унда дау, нәфрәт, болғаныш,

Бөтәһе лә ябай, ихлас, асыҡ,

Ихтирамға алған солғанып!..

 

Шундай еңел унда йөрөүҙәре,

Бер ниндәй йөк баҫмай елкәгә.

Бер хәсрәт тә йәнде өйкәмәй ҙә,

Бер әҙәм дә теймәй теңкәгә.

 

Мөғәмәләләр ҡатлы-ҡатлы түгел,

Тәнеңдә лә бер ҡат күлдәгең.

Бер кемгә лә тамсы шойҡаның юҡ,

Өҫтә тормай бурыс элмәге.

 

Шундай рәхәт унда!

Һин саф, таҙа!

Эсеңдәге барыһы — тышыңда.

Тыуған ерҙә генә һин үҙ кеше —

Йәйен дә һин бер үк, ҡышын да.

 

Тәү бишегең ниндәй —

Шунан үҫә

Ҡотһоҙ йәки нурлы балалыҡ.

Иң яҡты ил булып балҡып ҡалған

Баласаҡ ул миңә — Таналыҡ.

 

Ҡарт көнөмдә барҙыр әле, тимен,

Ҡапҡаларын тағы асаһым,

Шат бер бала булып ҡаласағым...

Баласағым, һағынасағым...

 

***

 

Йылға өҫтө яна алтынланып

Ағастарҙың көҙгө ялҡынынан.

Һыу буйҙары тынған,

Арығанлыҡ

Алғанғалыр, ахыры, алҡымынан.

 

Бар тирә-яҡ ойоп ҡына тора,

Туғайҙарҙы һиллек тымбаҙаткан.

Һәр тауыштан оса яңғырауыҡ,

Һәр йырсы ҡош, гүйә, тын таҙартҡан.

 

Ҡала эҙҙәр йәшел ҡурпыларҙа,

Моңһоу кәбәндәргә юлланғанда.

Ут йәшеллек, йәй еҫтәрен һаҡлар

Шул эҫкерттәр, ҡышын ҡутарғанда...

 

Һыуҙар тоноҡ — үтә күренмәле,

Терегөмөш, әллә гәлсәр аға.

 Тыуған ерҙең көҙгө уйсанлығы

Күсә тәнгә,

Йәнгә сихәт һаға...

 

Һыуҙар талғын, моңло йырҙай аға,

Күңелдәргә ирәүәнлек яға...

Һағышҡынам,

ташып мөлдөрәмә,

Быуаларын йырып, эй саң ҡаға!..

 

Һәр бөгөлө һайын Таналыҡтың

Көтөп тора мине хәтирәләр.

Баласағым...

Йәшлек...

Көләс яҙҙай,

Килеп баҫа алға, ян-тирәләй.

 

Ерем һуты аҡты тамырымда,

Халҡым рухы йәнемә ҡот ҡойҙо.

Шулар аша ир ғәйрәтен тойҙом,

Шулар миңә осар ҡанат ҡуйҙы...

 

Һәр бөгөлөң, һәр утрауың тарта,

Ҡырсындарың табан ҡытыҡлай ҙа.

Талдар мине танып ҡулын болғай,

Өйәңкеләр ала ҡултыҡлап та...

 

«Ялтыр ятыу»...

Бында Рәжәп ағай

Балыҡ тотҡан иң шәп урындар бар.

Йот йылдарҙа йылға — рәхимле йорт:

Йылындырған да ул, туйындырған.

 

«Турат тамағы »...

Был — Зиннур ағай

Мурҙа һалыр, йәйен тотор урын.

Ә йәйендәр беҙҙә — хәтәр булған! —

Арбаға саҡ тейәгәндәр борон...

 

«Күк юрға ятыуы»...

Был төбәктә

Үҙем буйы суртан ҡаптырғайным.

Ҡомарланып китеп, нисә йәйҙәр

Шул суртандың ишен таптырғайным…

 

Һәр бөгөлөң — тере тарих,

Йылғам!..

Тарих ҡынамы ни?! — Яҙмышыбыҙ!

Бөгөн һине күреп әрней йөрәк!

Ҡорой мөхит...

Шулмы булмышыбыҙ?..

 

***

 

Әсәй әйтте иртән сәй эскәндә

Сәйер генә бер һүҙ, яңылыҡ:

— Балам, Таналыҡтан тауыш килә,

Әллә ниндәй ят өн яңғырап.

 

— Ниндәй тауыш?

Ҡасан ишеттең? — тим.

— Бөгөн таңдан. Ҡурҡтым барырға.

Кеше тауышына оҡшамаған.

Баҡырыуы оҡшай боланға.

Туғай, һыу буйына томан төшкән,

Яңғыҙ үҙем ҡурҡтым томанда.

 

— Барып йөрөмәһәң инде шунда...

— Аһ, бармай ни. Бәлки, берәй йәнлек

Батып яталыр йә, кем белә?

Былай, ишетелде таңдан алып,

Әле тымды. Әллә киттеме...

 

— Уятырға кәрәк ине мине.

Барыр инек икәү бергәләп.

Ярар, хәҙер сәй эскәс тә барып

Әйләнермен йылға тирәләп.

 

— Һин барғанса тора була инде.

Киткәндер ул, үтте ни ғүмер...

— Кем «киткәндер»?

Һин нәҡ белгән кеүек

Һөйләйһең дә әллә ни күреп ?!

 

— Бала саҡта рәткә ишеткәйнем,

Һөйләмәнем аҙаҡ, юрамал.

«Һыу эйәһе»,

Йә «Һыу һыйыры» тип

Әйтһәң, көлә башлай балалар.

 

— Ниндәй «Һыу һыйыры» был заманда?

Таналыҡта хәҙер һыу бармы?

Беҙ йәш саҡта ат йөҙҙөргән һыуҙы

Тауыҡ кисеп кенә сыҡмалы...

 

— Ҡуйсы, балам, аша һөйләй күрмә,

Нимәһе юҡ тиһең донъяның?

Таналыҡта әле ташҡын яман,

Ятыуҙары төпһөҙ йылғаның...

 

— Таналыҡтың тауышы ла таңда

Ишетелдеме ни ҡурҡыныс?

Көҙ бик матур, көндәр йонсоу түгел,

Хәүеф юҡтыр — ята эт тыныс.

 

— Шомландым шул ҡапыл,

Әллә ниңә.

Ҡурҡҡанға ҡуш, тиҙәр, күренә.

Һуғыш йылдарында өй янында

Олой торғайны ас бүреләр.

Шунда нисек ҡурҡылмаған икән,

Эттәр ҡойроҡ ҡыҫып ятҡанда?

Ҡышын үгеҙ егеп, бесәнгә тип,

Китер инек таңдар атҡанда...

Хәҙер генә

Өйҙә ултырғанға

Һәр шипкерттән ҡурҡып барамсы.

Юҡ, был тауыш шомло, тоноҡ ине...

Уятһамсы һине, ҡарасы...

 

***

Иҫке кисеү, ярлау, ҡашлаҡтарҙы

Ҡыҙырып сыҡтым. Бер ни тапманым.

Томан йотоп, шомбай ойоп ятҡан

«Ялтыр ятыу» буйлап атланым.

 

Һыу ситендә — кәмә!

Йәшел ярға

Морон төртөп талған йоҡоға.

Төбөндә — һыу.

Күптән бәйле икән —

Сынйырҙары инде тутыға.

 

Ураҙайҙы[1] бейек ҡамыш баҫҡан!

Әрәмәлек, таллыҡ, күтерлек.

Йылға үҙәненә үтәм тимә! —

Һаҙлыҡ хасил, түгел үтерлек.

 

Ураҙайҙан ары — киң туғайҙар.

Һыу йәйелә яҙын — хәс диңгеҙ.

Таналыҡтың бында һулыш иркен !

Хозурлыҡта уға юҡ тиңе.

 

Серлелеге менән тартып тора

«Таңатар төпкөлө», «Сохлиман»,

«Ҡалтай быуаһы», «Сәргәнсәк күле»,

«Күк юрға ятыуы», «Һыртҡамыш»...

 

***

 

Сыуаҡ, еләҫ аяҙ көндәр тора.

Томан төшә иртән туғайҙарға,

Һыу буйҙарын аҡ быу ҡаплап ала.

Бесән кәбәндәре моңайғандар:

Баҫылғандар, тыштан ҡарайғандар,

Тын туғайҙа шып-шым ҡарасҡылай

Тора улар ҡыш етеүен көтөп.

 

Йәй йәмдәрен, мең төрлө төҫтәрен,

Андыҙ, һарут, мәтрүшкә еҫтәрен,

Үләндәрҙең ут йәшелдән наҙын

Алып ҡайтырға тип һәр ҡураға,

 Уҡталғандар ауылға тураға,

Ҡыш селләһе алғанғаса өтөп,

Тора улар түҙем генә көтөп...

 

* * *

Иҫәр кеше кеүек, үҙ-үҙемә

Һөйләй-көйләй хәтһеҙ хәбәрҙәрҙе,

Маҡтап-хуплап ҡупшы кәбәндәрҙе,

Килеп еттем елеп-өтөлөп,

Алда межа — «Таңатар төпкөлө».

Бында ышыҡ. Аулаҡ. Шундай һиллек!

Әллә ниндәй ожмах мөйөшөндәй,

Тәбиғәтем тыныс көйөшөндә,

Һәр береһе үҙенең көй-эшендә.

 

Һырт аҫтынан, тишеп ер ҡуйынын,

Күҙле-күҙле саф шишмәләр урғый,

Таналыҡтың дәртен алҡындырып,

Төйәгемдең кәрен ҡалҡындырып.

Йомарт хәсиәтле ҡарт тирәктәр,

Күпте күргән серле ҡара талдар,

Быуатты ла уҙған өйәңкеләр,

Мул емешле әрһеҙ әлморондар,

Әҙәм еймәҫ бүре сейәләре,

Ҡара мәрйен теҙгән ҡарлығандар,

Йырып үталмаҫлыҡ ҡарағандар,[2]

Ҡорал һалмаҫ ҡырыҫ энәлеләр...

Һаҡлай һутын дала йылғаһының,

Яҡлай ҡотон йәшәү ҡәлғәһенең...

 

Тертләп киттем ҡапыл —

Көтмәгәндә

Бер күренеш хасил алдарымда —

Шатлығымдан саҡ ҡысҡырмай ҡалдым,

Ярһый йөрәк, таша ҡандарым да:

Миңә ҡарап тора ата болан!

Инә болан йөрөй яндарында,

Уралана, сыусый алан-ялан,

Гүйә, хаслыҡ пәйҙә алдарында!..

 

Ҡурҡмаһындар, өркмәһендәр, тиеп,

Ҡарап торам тыныс, аяп ҡына.

Улар белә:

Артта — шырлыҡ, йылға,

Алда — кеше, ҡулда таяҡ ҡына.

 

Ата болан башын ғорур тотоп,

Баҙыҡ баҫҡан — һәйкәл тере килеш!

Минән алмай күҙен,

Ә ышана:

Хәүеф булмаҫ, юҡ, булмаҫҡа тейеш...

 

Һыртҡа сығып китмәһендәр, тиеп,

Мин юлымды борҙом шишмәләргә,

Һыртҡа сыҡһа — сәпкә эләгерҙәр,

Ышаныс бармы ни кешеләргә?!.

 

Теләмәнем һыртҡа сығыуҙарын,

Ҡалһын улар бында — үҙебеҙҙә.

Дала өсөн болан — затлы мал ул,

Ул гүзәллек — һоҡсан күҙебеҙгә!

 

Бәлки, бында төпләнерҙәр әле,

«Таңатар төпкөлө» — аулаҡ төбәк,

Мөхәббәттә янып, ауҡан эҙләп,

 Килгәндәр, моғайын, бында төбәп...

 

Шишмәләрҙән ятып һыуҙар эстем,

Биттәремә һиптем услап-услап.

Боландарым...

Тын тарттылар, буғай, —

Йөрөп ҡалды улар ҡурпы утлап...

 

***

 

Ҡайттым өйгә.

Күңел тыныс түгел.

Уйҙар ҡайнай яҙғы Таналыҡтай.

Әсәй көйә:

«Ялға ҡайтҡан берәү!

Тынғы тапмаҫ һис бер тыналыҡ та...»

 

«Бесәнселәр кәбән ала барһа?..»

«Боландарҙы берәйһе күреп ҡалһа?..»

 «Бар ауылға ҡайтып хәбәр һалһа?..»

«Бер бәдбәхет бәндә атып алһа?..»

 

— Район һунар бүлегенә, бәлки,

Кәрәктер ул хәбәр һалырға?..

 

— Һаҡлаған, ти, бүре һарыҡтарҙы...

Үҙҙәре үк атып алырҙар...

 

— Ә тәбиғәт һаҡлау йәмғиәте?

Улар тейеш һаҡҡа алырға...

 

— Торамы ул болан бер урында?..

Үҙеңә ҡушырҙар эҙләп табырға...

 

«Көрәш» барҙы миндә кискә ҡәҙәр.

Ә иртәгә — юлға, «хуш аяҡ».

Ә ҡалала болан ҡайғыһымы?..

Бәләһенән, тинем, баш-аяҡ...

 

***

 

Күп ишеттем, күрҙем даръяларҙың

Күбек сәсеп,

Күмеп китер ярһыу-дауҙарын.

Әммә һаман тора ҡолағымда

Таналыҡтың

Яҙғы ташҡындағы шауҙары.

 

Ярҙар тулып, йәйелеп ағыр ине

Серле утрауҙарҙай боҙҙары.

Хәүефтәре күптән онотолған,

Хозурлығы иҫтә яҙҙарҙың.

 

Ишетелә миңә алыҫтарҙан

 Таналыҡтың ташҡын тауышы.

Тыуған яҡҡайымдың зары булып,

Алыҫ дәүерҙәрҙең заңы булып,

Баш ҡалала ҡаға һағышы...

 

Тулҡындары,

сая эҙәрлекләп,

Күңел ярҙарымды кимерә.

Ана:

Боҙҙар менән ағып килгән

Һөтлөгәнде, екәндәрҙе көтөп,

Бала сағым ярҙа тилмерә...

 

Ана, ейәнсәрҙәр банан ашай —

Тропиктарҙың һутлы «икмәген»,

Ә мин күрәм унда:

Бала сағым

Тәмләй Таналыҡтың екәнен...

 

Эй кинәнеп ашай ейәндәрем

Телдә ирер тәмле бананды.

Ә екәнде табып айырырға

Өйрәтергә нисек баламды?!

 

Боҙҙар алып килһә, ҡыуандыҡ беҙ

Ярмаланып «бешкән» екәнгә!

Ейәндәрем өлөшөнә иһә

Екән түгел, банан төшкәнгә

Кем ғәйепле?.. —

Кем ғәйепле булһын,

Бер кемдә юҡ гонаһ, юҡ ҡаза.

Алдарына килгәс бәхеттәре,

Заманы шул булғас — ни яза?!

 

Ейәнсәрем!

Туйып һикермә тик,

Бел ризыҡты ҡайҙан тапҡанды,

Иҫеңдә тот:

Беҙҙең бала саҡтар

Һөтлөгәнгә, йыуа, екәндәргә,

Балтырғанға ҡарап шатланды...

 

Булһаң әгәр бешмәгән бер бәндә,

Йә алынған булһаң «сейләтә»,

Рәхимһеҙ ул тормош, аяп тормай,

Бәғзе мәлдә таш та сәйнәтә...

 

Өмөт итмә, балам,

Яҙмыш гел дә

Һоғондорор, тиеп, бананды.

Аҡылыңа һеңдер:

Сал был ерҙә

Кемдәр булған,

Кемдәр уҙғанды...

Эҙлә бары хәләл даланды

Һәм онотма ете бабаңды...

 

II  бүлек

 

Етәксенең әйткәне:

 

Һин, тарихсы туған, уйлап эшлә,

Ҡаршылашыу бында хәжәтме?

Әгәр дала сәскә атһын, тиһәк,

Һыуһаҡлағыс төҙөү ғәжәпме?!

Башта ныҡлап уйлап ҡара үҙең:

Нимәне һин алға һөрәһең,

Боронғоно ғына күрәһең дә

Бөгөнгөгә ҡаршы өрәһең?

«Сенсация» тинегеҙме инде

Ҡоҙоҡтарҙы, таштан суҡмарҙы?..

Йорттар, мейестәрҙе, һөлдәләрҙе?..

Көл-шлакты, тирмән тешәүҙе?..

Бронза дәүерендә түгел бит беҙ,

Ҡайғыртайыҡ бөгөн йәшәүҙе,

Алда нисек иген үҫтереүҙе,

малдар үрсетеүҙе

Ошо ҡырыҫ, һыуһыҙ далала?

Крәҫтиәндең хәҙер ауылда ла

Хөрт торғоһо килмәй ҡаланан:

Асфальт кәрәк уға, газ яғаһы,

Ял итәһе быуа буйында...

Археологҡа ит, һөт кәрәкме?! —

Тик ҡаҙыныу улар уйында...

 

Эйе, табылдыҡтар күп инде ул...

Торһон улар музей түрендә...

Ә далаға кәрәк һыуһаҡлағыс !

Һәм ул булыр ауыл үрендә —

Тап ошонда...

Археолог туған,

Йәл булһа ла һеҙгә ҡаласыҡ,

Мине аңлар халыҡ...

Ул ҡаласыҡ...

һыу аҫтында тороп ҡаласаҡ!..

 

***

 

— Тантана!

— Тантана!

— Таналыҡта бөгөн тантана!.. — тип

Эй һөрәнләй ярым Ярмулла,

Өйбөрөнсә йөрөп, тамаҡ ярып,

Ярыҡ барабандай ярыла.

 

— Ниндәй тантана һуң?

Хужалыҡтар

Ҡыр эштәрен алдан бөткәнме?

— Эшһеҙлектән ҡотолоуҙа район

Башҡаларҙы уҙып киткәнме?..

 

Баҡһаң, Таналыҡта быуа ҡалҡҡан,

Һыуһаҡлағыс рәсми асыла.

Ҙур байрамға халыҡ йыйыла, ти,

Әҙер икән хатта ҡайсы ла

Таҫма киҫер өсөн...

Шунһыҙ булмай,

Килтерергә кәрәк шартына.

Хөрмәтләргә кәрәк ҡунаҡтарҙы,

Күрһәтергә йәше-ҡартына.

 

— Был бит, туған, ябай быуа түгел,

Ә заманса гидроҡоролма!

Һыуһаҡлағыс булғас, бынан кире

Ҡоролоҡтан тының ҡурылмаҫ!

— Һыуһаҡлағыс ауыҙлыҡлай икән

Таналыҡты яҙғы ташҡында.

Юҡһа, ғүмер буйы үҙ иркендә

Ташты, ҡыйратты ла шашынды...

— Хәҙер, Таналыҡҡай,

Беҙ ҡушҡанса

Улаҡ буйлап ҡына ағырһың,

Күберәген бикле ятырһың да,

Әмер бирһәк, тулҡын ҡағырһың...

 

...Тантаналар үтте.

Һыу ҙа бөттө

Һыуһаҡлағыстың аҫ яғында.

Йылдар ҡоро килгәс, әллә нимә

Төҙөһәң дә... Алла ҡулында...

 

***

 

Яҙғы ташҡын уйнай симфония

Боҙ тауҙарын сиртеп ярҙарға.

Иҫ-аҡылым китеп тыңлап торам:

Нимә булды әле яҙҙарға?!

 

Был мәхшәрҙә — һағыш һәм ҡыйралыш,

Аяуһыҙлыҡ менән ҡанһыҙлыҡ...

Быуып ала мине төшөнкөлөк,

Ҡамап  тота ҡотһоҙ яңғыҙлыҡ...

 

Был аһәңдә, ахыры, аҫау ғәйрәт

Баҫып китә талғын моңдарҙы,

Ҡалын ярҙар иңрәп-иңрәп ҡолай,

Йыртып ырғытылған томдарҙай...

 

Һыу төбөнә китә күпме тарих? !

Ә күпмеһе утҡа яғылған?!

Бында иһә серле көн итмештәр

Мең томдарға соҡоп яҙылған!

 

Һыу төбөнә киткән шул томдарҙа

 Асылыбыҙ ҡулдан ысҡына:

Бабаларҙың әле асылмаған

Оҫталығы,

әсе ижад тире,

Күҙ ҡарашы,

моңо, хисе, сере...

Ярҙам һорап, һыуҙан ҡысҡыра...

 

Әруахтарҙың ерҙә миңә ҡалған

Һуңғы эҙе — изге китаптар...

Мәңгелеккә күҙен йома...

Тына...

Арта бара йомаҡ — аҡ таптар...

 

Әруахтарға өндәшеү:

 

Өҫтөгөҙҙә һеҙҙең — алҡын даръя,

Ҡалҡып ҡына сыға алмаҫһығыҙ.

Былай булғас,

(Ниндәй уй килә бит!)

Тамуҡтарҙа, беләм, янмаҫһығыҙ.

Тәүбә! Тәүбә!

Ниндәй тамуҡ, ти ул?!

Йәндәрегеҙ күптән йәннәттә бит!

Рухығыҙҙы күңелдәрҙә оҙаҡ

Йәшәтергә тигән ниәттә беҙ.

 

Тормош болоҡһоуы йәнгә күсһә,

Ҡоштар кеүек ҡанат ҡағынабыҙ,

Һеҙҙе эҙләп килеп әллә ҡайҙан,

Әүлиәләй күреп табынабыҙ...

 

Өҫтөгөҙҙә һеҙҙең — тәрән диңгеҙ,

Ҡалҡып ҡабат сыға алмаҫһығыҙ,

Һеҙҙең яҙмыш шулай хәл ҡылынды:

Ер өҫтөндә лә юҡ һеҙгә урын,

Тарихтан да тороп ҡалғанһығыҙ.

 

Аянысы: һеҙҙе күрмәҫ ҡабат

Атыр тандар, яңы быуатташтар...

Юғалтыуҙар оло...

Бары йырым

Һәм тулҡындар моңо йыуатышыр...

 

Һыу ингәндә

 

Бассейның, саунаң ары торһон

Таналыҡтың еләҫ ярында,

Даланың бар нурын, татын йыйған

Был мөғжизә, ожмах барында!

 Гәлсәр кеүек үтә күренмәле,

Ысыҡ һымаҡ, һемереп эсмәле,

Тик бер сумып сыҡһаң,

Сафлығынан

Йән-тәнеңә сихәт күсмәле.

 

Һоҡлан, ҡойон, кинән...

 

Әммә тағы

Тарих шаңы тулай аңымда:

Беҙ бит ҡылдыҡ кисергеһеҙ гонаһ

Ҡанбабаларыбыҙ алдында!

Һыу төбөндә ҡалды әруахтарҙың

Беҙгә ҡәғбә булыр төйәге,

Ҡиммәттәрҙән ҡыйбат һиммәттәре,

 Табынырҙай ғәзиз һөйәге.

 

Һыу аҫтында ҡалды

Йорт-ҡуралар,

Мәғдән иретер күрек мейестәр...

Ҡарар өсөн генә лә уларҙы

Күтәрергә өҫкә

Йә сумырға һыуға тейештәр!

 

Һыу төбөндә ҡалды

Таш буралған

Һалҡын һәм саф һыулы ҡоҙоҡтар.

Тап һыу аҫты батшалығы ише

Әкиәти серҙәр, йомаҡтар...

 

Диңгеҙ аҫтында бит —

Дала, һыуын

Һаҡлап алып ҡалған батырҙар.

Ул батырҙар

Яуҙа аумағандар...

Ә быуаттар үткәс, беҙ уларҙы...

Беҙ уларҙы... һыуға батырҙыҡ!..

 

Сумһам һыуға,

Тарих йыға һуға!

Пәйҙә була

Ҡанбабалар тирә-яғымда,

Йөҙәм кеүек —

Улар күҙ йәшендә,

Батам кеүек —

Улар ҡанында!

 

Миллион тонна һыу ҡәҙәрле Гонаһ

Өҫтәремә килә ишелеп...

Йә, Хоҙайым! —

Минән сөаль алма!

Бөтәһен дә сыҡ һин тикшереп!..

 

Ытырғанып,

Ярға сығып ауам,

Килмәй йөҙгөм,

Килмәй сумғым да...

 

Белмәнекме ни беҙ

Һыуһаҡлағыс

Һурасағын күпме сығымдар?!

Төҙөнөк бит —

Күпме ас-яланғас

кейенерлек,

тейенерлек аҡса-бол түгеп!

Улар бит һуң күктән яумаған, ә

Табылған тир түгеп, бил бөгөп.

 

Тик тамырҙар тере булһа ғына

Олон үрләй, тармаҡ үҫтерә.

Белдек:

ҠАЛА булған был урында! —

Һыуһаҡлағыс ҡорҙоҡ өҫтөнә...

Инде килеп,

Иҫәр аҡылдары

балҡып китһә кинәт аңдарҙа,

Төҙөлгәнде ҡабат ҡыйратырҙар,

Аттырырҙар һүнгән таңдарҙы...

 

Аҡһаҡалдың бәйет әйткәне:

 

Таналыҡта ҡоролғайны һыуһаҡлағыс,

Далаларҙы ҡоролоҡтан ҡурсалағыс,

Һыуһаҡлағыс булмаһынсы ыуһаҡлағыс,

Әй, Хоҙайым, бәләләрҙән үҙең һаҡла!

 

Һыуһаҡлағыс булмаһынсы әжәл-ҡылыс,

Быуа йырып, өҫкә ауып, ғүмер ҡыйғыс,

Әруахтарҙы оноттороп, хәтер юйғыс,

Әй, Хоҙайым, афәттәрҙән үҙең һаҡла!

 

Сал далала сайпыламы зәңгәр диңгеҙ,

Ҡыр — батырмы,

Һыу — батырмы? — көстәр тиңһеҙ.

Диңгеҙ шашһа, Даланың да ҡото китер,

Әй, Хоҙайым, хаслыҡтарҙан үҙең һаҡла!

 

Быуа булһын әҙәмдәргә изгелеккә,

Һыуы тулһын, ҡеүәт өҫтәп именлеккә,

Дала тәне дымға туйһын — игелеккә,

Әй, Хоҙайым, золомдарҙан үҙең һаҡла!

 

Ҡайтайыҡтар рухыбыҙҙа илтифатҡа,

Ил тигәндә биреләйек ижтиһадҡа,

Донъя йәме — татыулыҡта, иттифаҡта,

Әй, Хоҙайым, иманһыҙҙан үҙең һаҡла!..

 

III  бүлек

 

Аждаһалай сәсеп аҡ күбектәр,

Эй ҡотора, шаша сал диңгеҙ.

Был ярһыуҙа

ҡартлас тәбиғәттең

Башҡа көсө уға юҡ тиңе.

 

Диңгеҙ әгәр — бер аждаһа икән,

Таналыҡҡай — йылан ни бары.

Ҡайнар ҡояш, ҡыуан елдәр генә

Ҡыҙған таба итә юлдарын.

 

Самолеттан баҡһаң,

Таналыҡҡай —

Нәҙек кенә йылтыр бер юлаҡ.

Киң далала йылға —

Борғоланып

Шыуып китеп барған бер йылан.

 

Нәҙек кенә йылтыр ошо юлаҡ

Танымаҫлыҡ була яҙҙарын:

Ауылдарҙы ҡолғәләгә[3] һалып,

Һелтәй йорт бейеклек боҙҙарын.

 

Ҡаралты-ҡураны, малды йота

Шашҡан мәлдәрендә был яһил.

Аяп-йәлләп тормай бер ниҙе лә,

Тәләф итә генә был ҡатил!

 

Ҡомағайға ҡасан әйләнгән ул,

Ҡай замандан алып ялмауыҙ? —

Таналыҡты, үҙ йылғаһын,

Халыҡ

Күреп-итеп алған бер Яуыз.

Туймаҫтамаҡ күреп алғандар ҙа,

Йәнәһе, ул йота ал-ялһыҙ,

Тотонғандар йөгө-йөгө менән

Һоғондорорға бар «ҡалъяны»:

Барлыҡ бысраҡ, бөтә әшәкелек,

Тиреҫ-тиҙәк, көл, май, ҡый-ҡыпыр

Уға һыя, уға бата, — әйҙә,

Ҡорһағына уның төй, һыпыр!

 

Бер аҡылға һайы,

йомартланып,

Ҡылған, тиҙәр, шундай ҡиәмәт:

Ялмауыҙҙы хәтәр шәп һыйлаған!

Һыйы булған — бер йөк химикат!..

***

 

 Тауҙарҙан һыуҙар ишелә Иҙелгә,

Мин сәфәрҙән ашығамын Өфөгә:

Һыуҙар ташһа, ярҙан ашһа Иҙелдә,

Келәтебеҙҙе һыу баҫыр билемдән.

Ә келәттә күпме китап теҙелгән!

Күпме аҡыл, зиһен, хеҙмәт түгелгән! —

Китаптарҙы ҡотҡарырға тиҙерәк! —

Ташҡын һыуҙан етеҙерәк елдерәм!..

 

Уҡыу йортоноң икмәге — китаптар.

Әсбаптарға иң мохтаж кем? — Талиптар.

Студенттар китап ташый теҙелеп,

Ғилем тауы бейегәйә һиҙелеп.

Коридорҙа килә китап ағымы.

Китап түгел, әллә боҙҙар ағамы?..

Юҡ, ни бары күренәлер күҙемә,

Ташҡын менән алыша торғас йөҙәлгән,

Ҡотҡарылды күпме китап йөҙөүҙән...

 

Ташҡын булып йәштәр атлай баҫҡыстан,

Ҡулда төргәк-төргәк китап — асҡыстар...

Китап ене ҡағылғандар сауаплы,

Тарих алдында беҙ — иң төп яуаплы:

Том-том мәғлүмәттәр даръя иңендә,

Әрней йөрәк шуға һаман бөгөн дә.

ҠАЛА ҡалғас һыуһаҡлағыс төбөндә,

Ҡай берәүҙәр, ҡулын ыуып, һөйөндө...

 

***

 

Йәйҙәр еткәс, шундай хәбәр килде,

Хәбәр түгел — гонаһ шомлоғо:

Таналыҡта боландарым... үлгән!..

Ағыуланып, әллә тонсоғоп...

 

Был фажиғә ниңә бер кемдең дә

Йәнен иҙмәй, эсен бошормай?

Бишегебеҙҙе ут солғап алған,

Ниңә илде был хәл борсомай?..

 

— Ҡоҙоҡ һыуы менән сәй ҡайнаттым,

Таналыҡтан күптән алмайым.

Үлгән балыҡтар күп һыу өҫтөндә,

Ни булғандыр инде, Аллаһым... —

Әсәй мине шулай ҡаршыланы,

Йөҙөндә шом, ҡурҡыу, борсолоу.

Был донъяла, ахыры, йәшәп булмай

Тыныс ҡына хатта бер һулау...

 

***

 

Ниндәй миҙгел? —

Аңламаҫһың:

Йәй ҙә түгел,

Көҙ ҙә түгел,

Ямғыр йә ҡар лыстыр-лыстыр,

Тишелгәнме әллә күге?

 

Йылға-күлдәр ярҙан ашты,

Быуалар алҡынып ташты,

Әллә туфан һыуы ҡалҡты —

Туғайҙарҙа тулҡын ҡаҡты.

 

Серетә бөтә нәмәне,

Прогноздар саманан ашты,

Ҡалманы өҫтә ҡоро еп,

 Ҡайҙа тығырға һуң башты? !

 

Бына һиңә һыуһыҙ дала!..

Яңы ҡаза набат ҡаға:

Карьер йырылған бер төндә

Купорос аҡҡан йылғаға!

 

Торналар оса ҡайҙарға,

Төшмәйҙәр беҙҙең һаҙҙарға…

 

Сохлиманда Ҡош баҙары

бөттө инде. Хуш, ҡаҙҙарым!..

 

Ташбаҡалар ҡаса алмаған —

йәшел һыуҙан ҡазаланған...

 

Терпеләр ҙә йән биргәндәр

Ағыулы тәлмәрйендәрҙән...

 

Әҙәмдәрҙән иман тайғас,

Башыбыҙға — тимер таяҡ...

 

***

 

...Һыуҙар шаулай.

Ташҡын бик шәп килә,

Баҫыр микән төнөн ауылды?

Һыйырҙар ҙа мөңрәй,

Эт тә шыңшый,

Хайуан һиҙә, тиҙәр, дауылды.

 

Был шом бушҡа түгел.

Йәп-йәш Ай ҙа

Салҡан ятҡан болот аҫтында.

Тап ошондай ҡара төндәрҙә бит

Ҡырын эшен ҡылған баҫҡындар...

 

Әшкәртәме ташҡын

Киткәндәрҙең

Аяныслы әсе яҙмышын?

Рухы рәнйеүенән

Әруахтарҙың

Төшә микән беҙгә ҡарғышы?!

 

Был быуатта һеҙҙе аңламаныҡ,

Һанламаныҡ...

Ҡандай ғәрлеге!..

Ярға һыймай аға боҙло ташҡын,

Йөрәгемдә ҡайнай әрнеүем...

 

Ҡазаларҙың башы ташҡын булһа,

Язаларҙың ахыры — үҙебеҙ.

Сиктән ашып бара үс, нәфсебеҙ,

Ялмауыҙлыҡ көҫәй эсебеҙ.

 

Ташҡын килә илгә.

Етеп килә!

Унан ҡалай ҡотолоп ҡалаһы?

Шуны илгә нисек һөрәнләйһе,

Йөрәктәргә нисек ҡағаһы?..

 

Ташҡындарҙан булыр ҡотолоп та,

Ут-һыу тына, етһә үҙ мәле.

Күңелдәге хәтәр ташҡындарҙы

Туҡтатырға нисек? — Ил ғәме...

 

IV бүлек

 

***

 

Дала — дала булған ғүмер баҡый,

Дала булып мәңге ҡаласаҡ.

Шулай тәҡдир иткән Көнтәңребеҙ,

Тәғәйене — үҙе һағасаҡ:

Күпме мәрхәмәтен бүлә Ҡояш,

Шул самала рәхәт күрәсәк;

Инәбеҙ Һауанан күпме шифа

түгелһә — шул сихәт керәсәк.

 

Бөтә был бәйләнеш һәм әйләнеш —

Олуғ Йыһандың үҙ ҡулында.

Уны бер нисек тә үҙгәртеп тә,

Төҙәтеп тә булмай юлында.

Ә шул юлда һәммәбеҙ ҙә тигеҙ,

Бер үк асман, Ҡояш аҫтында.

Тик әҙәмгә ҡанат ҡуя зиһен,

Үлән генә — тояҡ аҫтында.

 

Яратылғас инде — беҙ төрлөбөҙ,

Ата-инә бүлгән йәнебеҙ,

Һәләте лә, даланы ла шунан,

Ҡот-ут ала шунан тәнебеҙ...

 

***

 

Һәр яҙ һайын ташҡын асып китә

Ата-бабаларҙың төйәктәрен.

Таналыҡтың йыуа тулҡындары

Мәрхүмдәрҙең изге һөйәктәрен.

 

Әле шулай...

Әммә бабаларым

Ерҙе һайлай белеп төйәкләгән.

Улар ғына түгел,

ҡотло ергә

Барса терлек, кейек эйәкләгән.

 

Барса йән эйәһе Таналыҡта

Тоҡом ҡалдыра һәм түлләй алған.

 

Кешеләр ҙә Изге Көнтәңрегә

Алғандары ҡәҙәр түләй барған.

 

Ҡорбан биргән улар һәр осраҡта:

Көнтәңрегә арнап —

Көн тотолһа,

Йәки ҡараңғылыҡ тоҙағынан

Күктә имен-аман Ай ҡотолһа...

 

Теләп барған улар ҡорбанлыҡҡа:

Көнтәңрегә китеү — оло һанда!

Мәңгелеккә китеүҙән дә изге

Бер ни булмаған ил йолаһында.

 

Ергә биргәндәр ул ҡорбандарын –

Ерҙән оло, көслө булып булмай.

Ҡурсалаған, йәшәткән ер өсөн

Ерҙән өҫтә йөрөп ҡалып булмай.

 

Барлыҡ тәғәм ерҙән:

эскән, ейгән —

Таналыҡтан, сәхрә далаларҙан.

Барлыҡ мәғдән ерҙән:

кейем, ҡорал —

Баһаһы ҙур алыҫ ҡалаларҙа.

 

Барса нәмә бында, үҙ ерендә,

Хәжәт түгел ситкә артыҡ йөрөш;

Алыш-биреш, сауҙа өсөн әҙер

Баҡыр, тимер, алтын, терегөмөш...

 

Арҡайымдан килеп Таналыҡҡа,

Олайырҙан йәки Яйыҡтанмы,

Бабаларым бер-береһе менән

Аралашҡан бары байлыҡтанмы?

 

Бабаларым мирҙә тик ятмаған,

Ырыу йәйгән, ҡан да яңыртҡандар,

Яу-баҫҡын ҡомарын айнытҡандар,

Үҙ ғәйрәтен, данын танытҡандар.

 

Аралашҡан улар донъя менән

Көн итмештән, ижад, йәшәйештән.

Тәңреләргә табынып,

Ергә бағынып,

Изгеләргә уҙған шул рәүештә...

 

Ошо ерҙә йәшәп киткән улар

Мәңгелектең бөйөк хозурына.

Ҡалдырғандар изге есемдәрен

Әруахтарым

тыуған тупрағына.

 

Улар инде киткән Мәңгелеккә,

Тәндән айырылған (ы) рухтары.

Беҙгә килеп-килеп,

Арабыҙҙа

Йөрөп-йөрөп ала әруахтарым...

 

Һөлдәләре ята беҙҙең алда —

Ҡаҡ таштарҙа зыярат ҡылынғандар.

Кисерегеҙ беҙҙе, әруахтарым!

Гонаһлы беҙ —

Изге есемегеҙҙе ҡуҙғатҡанға,

Хилаф та эш менән ҡыланғанға...

 

Беҙгә ишара был:

Ерҙә тормош

Алмашынып тора, килә — китә,

Бөгөн бөйөк булған ҡаҙаныштар

Бер саҡ кесерәйә, бөлә, үтә...

 

Әҙәм өсөн фарыз — һаҡлау йәнде,

Йәнең тере икән — хәрәкәттә.

Беҙгә фәһем:

Тән яраһы — бер хәл,

Йәнебеҙ бит — тотош йәрәхәттә.

Күңелебеҙ бикле,

Аҡыл таҡыр,

Иман китеп бара ҡәлбебеҙҙән.

Аҙғынлыҡты, эске, вәхшилекте

Ҡыуып бөтөрөп булмай ҡәлғәбеҙҙән.

 

Ә бит алыҫ эҙләп бараһы юҡ,

Изгеләр төйәге яныбыҙҙа —

Арҡайымда, Таналыҡта ята,

Булһын ғына теләк аңыбыҙҙа.

 

Арынырға ваҡыт манҡортлоҡтан,

Көн саҡыра, ана, тәҙрәңә кил!

Атып килә яңы ярһыу быуат,

Тәүбәңә кил, кешем, тәүбәңә кил!..

 

V бүлек

 

***

 

Өфө — Аҡъяр...

Өҙәрем юл... Томра...

Йәйге селлә... Тындар ҡурыла...

«Бындай мәлдә һыуҙа ғына ятһаң!..»

Уйлап киләм йылға турында...

 

Һәр йылғаның, башы булған кеүек,

 Таналыҡтың да бар йән бишеге.

Уралымдың данлы бер армыты —

Күк Ирәндек, ожмах, йәннәт ише.

 

Ирәндектең гәүһәр йөҙөк ҡашы —

Талҡаҫҡа ҡул иҙәп хушлаша ла,

 Таналыҡҡай,

юлға сығыу менән,

Сәхрә дала менән дуҫлаша ла.

 

Ҡыйыу был Һыу менән ҡауышырға

Ҡушылдыҡтар нисек ашығалар? ! —

Әйтерһең дә, дадан умартаға

Бал ҡорттары геүләп бал ташыйҙар!

Тауҙарҙан йүгерә салт йылғалар,

Урғылып уҡ сыҡҡан саф ҡарандар,

Сылтыр-сылтыр саба пак шишмәләр,

Һалҡын йотом илтә ваҡ инештәр...

Тулҡындарға улар тейәп алған

Ерҙең йәмен-һутын тиң бүлешкә:

Ағып килә — наҙы үҙәндәрҙең,

Сәскә хуш еҫтәре туғайҙарҙың,

Бәлзәм тәме сауҡа-урмандарҙың,

Таты-шуры сағыл тауҙарының,

Наҡыҫ ҡото ҡырыҫ далаларҙың,

Ҡаны-уты серле убаларҙың...

 

Әллә күпме башҡорт ауылдары

Борондарҙан уны һыулаған бит.

Ә Таналыҡ, талғын аға-аға,

Башҡорттоң моң-зарын тыңлаған бит.

 

Тыңлай-тыңлай халҡым моң-зарҙарын,

Буйына ла буйтым һеңдергән бит.

Сайҡай-сайҡай алҡын тулҡындарҙа

Аһ-зарҙарҙы байтаҡ һемергән бит...

 

Ниҙәр генә кисермәгән йылға:

Йыуындырған да ул, туйындырған,

Һыйындырған да ул, сыныҡтырған,

Әйләндергән дә ул, йәнләндергән,

Иркәләткән дә ул һәм тибрәткән,

Үрсеткән дә йылға, сереткән дә,

 Ағыҙған да йылға, бик аҙған да,

Быуылған да бик йыш, йырылған да,

 Тыйлыҡҡан да, аҙаҡ ҡотолған да...

 

Бутап булмай бүтән йылға менән

Тауышын да уның, ағышын да.

Шатлыҡтары күкрәк ярыр ине,

Алҡымдарҙан алыр һағышы ла...

 

Кемдер әйткән (бушмы, ысынмылыр?):

«Таналыҡ бит аға башҡортса!.. — тип, —

Тик үҙенсә тулҡын бейетеүе,

Моң-ағышы үҙенә башҡаса бит...»

 

Хаҡлыҡ барҙыр...

Һиндә — дала йыры.

Далаларҙың ғәзиз балаһы һин.

Дала һине ҙурлай. Һәм йәшәртә.

Даланы һин нурла, Таналығым!..

 

...Сарсатты юл.

Томра...

Алда — йылға!

— Туҡрап китәйексе, бер тын алып.

Ғәзиз йылғам,

танып әллә ҡайҙан,

Тауыш бирә: «Был мин, мин — Таналыҡ!..»

 

***

Таналығым! Тауышың тынмаҫ әле,

Яңғырар алыҫ-яҡын яҡтарҙа.

Яңы быуатта ла тыуыр әле

Уландарың — һине яҡларҙай.

 

Төрлө булған кеүек эсәр һыуҙар,

Һәр кешенең шәхсән яҙмышы.

Йылғам, һинең оло яҙмышыңа

Ҡушылған һәр кешең булмышы.

 

Һирпелгәндә алыҫ ара аша

Һиңә йырҙарымдың ялҡыны,

Таңдарымда килеп йөрәк шаҡый,

Таналығым, тулҡын һулҡыуың!

 

Ерҙең ҡан тибеше ише һуға

Далаларҙа батҡан ағышың.

Берсә шомло, берсә ярһып сыға,

Йөрәк пульсым кеүек, тауышың...

 

***

Йәшел ярҙа минең хәлде күреп,

Таналығым китер тулҡынып,

Есемемдән түгел, исемемдән

Ярҙарынан ашыр алҡынып.

 

Һуңғы тапҡыр шунда әруахтарҙың

Ишетермен сабыр һулҡыуын.

Минең есемемде, Таналығым,

Йыуһын ине һалҡын тулҡының!..

 

Һиңә, йылғам, һуңғы тапҡыр, тимен,

Йөрәк йылымды ла бирәйем.

Йырҙарымды инде был ғүмерҙә

Буйҙарыңа һиптем ирәйеп.

 

Йөрәк йылым, ҡотом күсһен һиңә,

Үҫһен ҡамыш булып, тал булып,

 Аҡ томбойоҡ булып сәскә атһын,

Кәрәк икән — тамһын бал булып...

 

Бәхилләшкән мәлдә донъя менән

Һәр нәмәнең була һуңғыһы:

Һуңғы йотом...

Һуңғы тамсы...

Йылғам!

Һиндә булһын һуңғы тулҡыным!..

 

Һуңғы һүҙ

 

Йәйен, көҙөн, ҡышын һәм яҙҙарын

Дала һиҫкәндереп тауыш килә:

Шаулап, гөрләп, сөрләп йә моңайып,

Таналығым йәшәй — тауыш бирә!..

 

Еркәйемдең тере йәшәү һуты —

Аға талғын ғына Таналығым,

Ҡанбабаларымдың тәүтөйәге,

Изге һыуы бөйөк далаһының.

 

Ул мәңгелек.

Ерҙең үҙе кеүек.

Тарих менән йәшәй күҙләшеп тә.

Күпме йыуған уның тулҡындары

Әруахтарҙың ҡанын, күҙ йәшен дә.

 

Хәрәкәттә Йыһан түңәрәге —

Йондоҙҙар, Ай,

Ҡояш

һәм Еребеҙ.

Шул берлектә беҙҙе —

һәр бәндәһен —

Белә, күрә, тоя

Көнтәңребеҙ...

 

...Әле иҫән, барыбыҙ ҙа имен.

Таналыҡты кисеп ашыҡмайыҡ,

Шәһиттәргә әүәл ашығайыҡ.

 

Тулҡын-тулҡын улар сәләм бирә,

Әруахтарға аят бағышлайыҡ.

Көнтәңрене бергә ҡаршылайыҡ!..

Амин.

 

1998—2000

 

[1] Ураҙай  —  Таналыҡ  йылғаһы  буйындағы  боронғо  ауыл урыны. Хәҙер бөткән.

[2] Ҡараған – дала ағасы, селек.

[3]  Ҡолғәлә (диалект) – бәлә-ҡаза, хафа