Тамырҙар

Тамырҙарға йәбешеп үрмәләйем,
Тамырҙарға баҫып барамын.
Бары тоғро тамыр тороп ҡала,
Шауҙыр таштар төшә таралып.

Бихисап, ти, әҙәм тамыры ла
Ағас тамырҙарын һанаһаң.
Бер тамырға ҡай саҡ көнөң ҡала,
Өмөтөңә йәлләт янаһа.

Этәрмәләй тамыр,
күтәрмәләй
Табандарҙан тайһа юлдарым.
Нисек яулар инем үрҙәремде,
Үҙ итмәһә тамыр ҡулдары?!