Тамғалы таш

«Яратам!» тип ташҡа яҙған менән
Мөхәббәтең артып китерме?
Тамға һалып нығытҡан хәлдә лә,
Хисте, бәлки, кәм-хур итерһең.

Таштар, ана, һаҡлай нисәмә йыл
Тамғағыҙҙы юймай, уңалтмай.
Ә үҙегеҙ һаҡлай алдығыҙмы
Мөхәббәтегеҙҙе юғалтмай?

Шаһит булғандыр таш
Һеҙҙең һөйөү
Бөрөләнгән генә сағында...
Ярай ҙа бит
Тәүге шул сафлыҡты
Ҡәғбә ташы күреп табынһаң!

Әгәр һөйөүегеҙ ҡорамында
Әйтһәләр: «Хыянат яралды...» —
Йөрәк тәҙрәгеҙҙе ярып инһен
Тамғалы шул ташы Уралдың.