Талҡаҫ

Ил күҙ йәше борон замандарҙан
Ирәндекте ашып түгелгән.
Түгелгән дә һарҡып тау-таштарҙан
Гәлсәр булып күлгә эркелгән.

Ил күңеле үткән дәүерҙәрҙә
Зар-һағышҡа йомарт күмелгән.
Мөлдөрәмә тулып сайпылған да
Моң даръяһы булып йәйелгән.

Тарихы ла, ырыҫы ла бергә
Быуат-быуат унда йыйылған.
Талҡаҫ Ирәндеккә генә түгел,
Халҡым йөрәгенә уйылған.