Сәйәсәтте минең яҙғым килмәй...

Сәйәсәтте минең яҙғым килмәй,

Яҙғым килмәй үс, дау турында.

Әммә  хәтәр, ҡәһәр заманыбыҙ

Өҫтәлемә тарта ҡулымдан:

«Яҙ, шағир, — ти, — ниндәй хәлдә

халҡың,

Тарҡалғанда Ватан бар яҡҡа,

Хеҙмәтеңдең хәләл емешен дә,

Үҙ ереңдең алтын-көмөшөн дә

Һатып алаһың бит мең хаҡҡа...»

Әллә шуға эй йырлағы килә

Әсе күҙ йәштәрен һыҡҡансы,

Йылдар төпкөлөнә батҡан  моңдар

Йөрәк ярып  урғып сыҡҡансы!

 

Бәлки шунда минең тауышым да

Ишетелер тыуған халҡыма.

Юҡһа, тығып өндө, быуып моңдо,

Ҡара көстәр ала алҡымдан.