Сыңрау торна

(Баллада)

 

 Рәсүлгә

 

Һунарсы ла, ҡурайсы ла бер егет

Сығып киткән дала гиҙеп ирегеп.

Йөрәк дәрте, беләк кәре берегеп,

Уҡ атҡан ул һәр бер сәпкә кирелеп.

 

Күл буйында көтмәгәндә осраған

Һис емшәмәй яңғыҙ йөрөгән торнаға.

Егет башта туҡтап уны тыңлаған,

Торна иһә бик тә сәйер сыңраған.

 

Егетте арбай һылыулығы торнаның

Һәм йөрөүе хәсрәтенән моңланып.

Егет алып билбауынан ҡурайын

Һыҙҙырырға уйлай торна сыңрауын.

 

Торна элек тарығандыр ҡазаға,—

Хәүеф һиҙеп, күтәрелә һауаға.

Йәне көйөп, егет уғын ала ла...

Ҡаты кереш зыңлап китә ҡабалан...

 

Күкте телгән бәхилләшеү ауазы,

Ҡан ямғыры ҡамсылаған һауаны.

Күл көҙгөһө дөм ҡарайған ыуалып,

Үкһегән ер, ҡайғыһынан уйылып...

 

Килеп тыуған хәлдән егет аҙаған,

Ҡорбанының эргәһенә ҡолаған,

Ҡурайында йыназаға уйнаған

Сыңрау торна көйөн... үле торнаға.

 

Шундай итеп уйнаған ул ҡурайҙа,

Бөтә моңон торнаҡайға арнаған.

Күҙҙәренән йәштәр аҡкан ҡурғаштай...

Уғы менән ҡәбер өйгән ҡурғандай.

 

Үткер уғын сәнскән ҡәбер өҫтөнә,

Бер ҡауырһын алған ҡоштоң төҫөнән.

Көндәр-төндәр буйы ҡайтҡан өйөнә,

Уйнай-һыҡтай торнаҡайҙың көйөнә.

 

Шунан бирле уҡ-һаҙаҡ та тотмаған,

Тәненә — ҡот, йәненә дәрт ҡунмаған.

Ғүмерен ҡыйған торнаны гел уйлаған,

Үҙе һаман теге көйҙө уйнаған.

 

Үҙәк өҙөп, йән әрнетеп уйнаған,

Ҡурайында торна булып сыңраған,

Бөтә йәйләү уны тыңлап туймаған,

Ил-ырыуҙа уға тиңдәр булмаған.

 

Уйнай-уйнай түҙер хәле ҡалмағас,

Әмәл тапмай йәнендәге яраға,

Егет йәнә сығып киткән далаға,

Тик күлде лә, торнаны ла тапмаған.

 

Бары күктә йөҙгән торна-тоҙаҡтар

Сая сыңрап был егетте оҙатҡан.

Тирә-яҡты зарлы өндәр ҡаплаған,

Ишетмәҫкә егет ергә ҡапланған.

 

Ятҡан шулай, оноторға ҡылғанын,

Йәнендәге һағышына сорналып.

Күрмәгән дә бер кем уның торғанын...

Юҡ иткән, ти, күңелендә торнаны...

 

Изге мәлдәр ҡайта икән ҡабаттан,

Юҡ, тиһең дә, бар икән шул аллаҡай:

Сыңрай-сыңрай оса йәп-йәш торнаҡай,

Хайран ҡалып ҡарап тора балаҡай.

 

Был тылсымды күңеленә һалмаҡҡа

Ҡурайында уйнап ҡуйҙы балаҡай;

Яуапланы урман-тауҙар, далаҡай,

Уңалғандай ер өҫтөндә яраҡай...

 

Ә моң,

үтеп ҡаты Ваҡыт һынауын,

Ҡурайсынан ҡурайсыға таралып,

Заманалар заңдарына уралып,

Фажиғәһен көйләй Сыңрау торнаның.