Сохлиман

Сохлиман[1]

 

Ете төндә тыуған ер тартҡанда,

Барған саҡта  йөрәк һурылып,

Сохлиманды иҫкә төшөрәм мин,

Ятҡанымды мүккә һуҙылып.

 

Иҫкә төшөрәм мин һаҙ еҫтәрен,

Сарға ҡыҙғатауҙар тауышын,

Ҡыуыш ҡорорға тип сабып алған

Көлтә-көлтә күрән, ҡамышын.

 

Иртә яҙҙан унда йыуаларҙың

Ниндәйҙәре генә юҡ ине!

Бөтә ауыл сыҡҡанда ла бөтмәҫ

Ҡуҙғалағы, ҡуян тубығы...

 

Ҡабым  ризыҡ  алда  ҡалмағанда

Туғай  яҙын  беҙҙе ҡотҡарҙы...

Йылдар инде тунай туғайҙарҙы,

Ҡыртыштарын ҡыра  ҡырҙарҙың...

 

Ҡартаямы донъя, ҡылтаямы...

Сохлиманда шиңә түңгәктәр,

Далалағы һаҙҙы киптерәләр

Мелиоратор тигән тинтәктәр.

 

Аҡланыуҙар юҡтыр ер алдында,

Һылтаныу ҙа түгел заманға...

Зарығып та һаман ҡайтмай ҡалһаң,

Һарғайыуың һиңә таман да...

 

Ә Сохлиман мине көтә кеүек,

Ҡоштарының ишетәм көткәнен...

Тик һин үртәмәсе,

Мин көтә,  тип,

Сохлимандың кибеп бөткәнен...

 

 

[1] Боронғо күл төбө. Хәҙер туғайҙағы бик ҙур батҡыл, һаҙлы урын. Күрше ауылдағы урыҫтарҙың “Сухой лиман” тип атағанынан ҡалған һүҙ.