Сихри донъя

Ниндәй сихри донъя! —
Ҡартәсәйҙең
Мөнәжәтен тыңлап ултырыу,
Арбар тауышынан
Зиһенеңә
Сафлыҡ, хаҡлыҡ, йәдкәр тултырыу.

Мөнәжәттең моңло мөхитендә
Сәйҙәр эсеү — үҙе бер ғүмер!
Ҡартәсәйем,
Рәхмәт, биргәнеңә
Ғүмер буйы баҙлар нур-күмер...