Шәжәрә

1

 

Ата-бабам эҙен юллап,

сумам тарихтарға.

Ырыу ҡаны тарта мине

төрлө тарафтарҙан.

Һәр исеме – телле,

түлле,

ерле шәжәрәмдең,

Ғазап,

хафа,

ҡомар,

оран

ҡайнай ҡараштарҙа!

 

Мәмбәт бейҙең ҡайнар ҡаны,

Ҡайҙа сәс(е)рәнең?!

Ғәбит батыр ҡоно,

Иҫәнғол дворян даны,

ҡайҙа йәшерендең?!

Шәжәрәнән

Нәжәғәйҙәй

изге әруахтарҙың

Ҡарашынан керпегемдә

боҙло йәш ирене!..

 

2

 

Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!...

 

Шәжәрәмдә - сал тарихы бабаларҙың,

Бөгөнөм дә, киләсәгем, балаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ

Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!

 

1995 – 2000.