Шәйхзада Бабичҡа

 

Килдек  һинең эҙҙәреңде юллап,

Эҙҙәреңә баҫып йөрөргә.

Йөрөргә лә

Оло рухың менән

Ғүмереңә башты эйергә.

 

Ғүмереңә башты эйергә, тим…

Ә һин егерме дүрт йәшеңдә

Ирек өсөн,

Азат йырың өсөн

Атылғанһың ерҙә йәшендәй.

 

Атылғанһың ерҙә уҡ-йәшендәй,

Ҡараңғыһын йыртып донъяның.

Атлыҡһаң да уттың  уртаһына,

Ярһыуыңды баҫып туйманың.

 

Ярһыуыңды баҫа алмайынса,

Эй йырланың зарлы донъяны.

Талпынғандай талда һандуғасҡай,

Йырлап ҡына бары туйманың.

 

Йырлап ҡына бары туялманың,

Талың янды хәтәр үрттәрҙә,

Таңың һүнде ҡара дауылдарҙа…

Күкрәр йырың ҡалды күптәргә.

 

Күкрәр йырың ҡалды бик күптәргә –

Моңға сарсап йәшәр меңдәргә.

Шәйхзада Бабич,

шиғриәтең –

Һандуғасҡай түккән моң-даръя…

 

Һандуғасҡай түккән ул моң-даръя

Ярып инә иңрәп күңелгә.

Һары таңда ғына сыңраһа ла,

Яҡты моңо ҡала ғүмергә.

Йылдар уҙғанда ла

мөмкин түгел

Заман шауы менән күмергә…

Сыңрай,

сыңрай ул моң ғүмергә!