Шәмем яна

Төнгө бер.
Ә мин ултырам
Ябалаҡ ҡоштай.
Шәмем яна,
Һүнермен тип
Эсе лә бошмай.
Шәмем яна —
Ғүмер яна
Ваҡыт утында.
Тәүлегемде оҙайтам, тип,
Бер мин ултырам.
Тәүлек унан оҙаямы?! —
Донъяға ҡара.
Төндө ҡыҫҡартыуҙан бары
Ғүмер ҡыҫҡара.
Төнгө өс.
Заман шәменең
Кәмемәҫ майы.
Шәм яныр...
Өмөт ҡояшың
ҡуймаһын байып.