Шәхси код

 

Код бирелә миңә,

Код тағыла –

Ил эсендә шәхси иҫәбем.

Шул код менән,

йән иҫәбе менән,

Торасаҡтар мине киҫәтеп.

 

Ҡайҙа баҫһам, ҡайҙа атлаһам да,

Ҡыңғырауҙай ул код ҡағасаҡ,

Шул код аша хөкөмдарҙар мине

Йәһәннәмдән эҙләп табасаҡ.

 

Ул код миңә ҡот булырмы икән,

Ут бирерме икән есемгә?

Ул код тигәндәре тап һалмаҫмы

Кеше тигән оло исемгә?

 

Ул код тағы рәхимләнеп китеп,

Ҡот ҡойормо беҙҙең ғәмдәргә?

Шул яңылыҡ менән ил өҫтөндә

Ҡот ҡунырмы икән йәндәргә?..

 

Код бирелә беҙгә -

Код тағыла,

Мал иңендә бетеү шикелле.

Йән иҫәбен уйған шул тамғанан

Ҡот артыуы ғына икеле.

1995.