Шартлауҙар

Көнө буйы ҡырҙа шартлаттылар
Инде туҙған радар ҡорамалын,
Нисәмә йыл радар тирә-яҡҡа
Нур таратты, туҡтап ҡараманы.

Имен шартлау, тиҙәр. Юҡ ҡорбандар...
Шартлау булғас, имен була микән?
Күпме бөжәк, күпме ҡош-ҡорт үлә!..
Үлем барҙа иман була микән?

Күккә оса металл, ҡара туҙан,
Ерҙә томан — күкле-йәшеллеһе.
Тереклектең килмәй йәшенгеһе,
Мәхлүктәрҙең килә йәшәгеһе!..

Беҙҙә имен шартлау — туҙан, төтөн...
Ер һелкенә хәтәр тетрәнеүҙән!
Күҙ алдымдан китмәй
Чечнялағы
Күпме ҡорбан, вайран, йән әрнеүҙәр!..