Сәфәр сығам…

Турғай таңы менән оҙатаһың,
Айырылышыу – үҙәк өҙмәле.
Һинең көнөң булһа ут йотмалы,
Минең сәфәр – ғазап сикмәле.

Һағыштарға ҡаршы ҡуй, аҡыллым,
Уралтауҙай ҡалҡан – Түҙемде,
Ағиҙелдәй алҡын Мөхәббәтте,
Һәм онотма мине – тилеңде…

Ҡанат кирҙе лайнер.
Арабыҙҙа
Сихри моңдар иңрәп өҙөлдө.
Их таң ҡыҙы, алып китер инем
Яңғыҙлыҡтан йолоп үҙеңде!..

Һин үртәйһең кеүек:
- Толпарың юҡ,
Ат туғарып егә белмәйһең.
Ҡыҙҙар ниңә таңын елкенгәнен,
Һантый егет, күҙгә элмәйһең…

- Ни һөйләйһең?!
Ана, күк далала
Утлап ҡына йөрөй бер ҡолон.
Аҡбуҙ булып, сабып килеп етер! –
Бер һыҙғыртһам ғына бер ҡылын…
Беҙҙең оста булыр һыу юлың!...

Тик әлегә яңғыҙ сәфәр сығам,
Батырҙарҙай быуып билемде.
Ә һин, бәғерем, ҡаршы ҡуй һағышҡа
Мөхәббәтебеҙҙе,
Түҙемде,
Һәм онотма мине – тилеңде.