Себер дәфтәренән

Себер дәфтәренән[1]

 

(шәлкем)

 

***

Ата-бабаларҙың һөйәгенә,

Һөйөүенә ифрат бай күл, Байҡал!

Тәрәнлектәреңә тиң тарихты

Беҙгә ҡалдымы ни байҡау, Байҡал?!

 

***

Килеп индек Иркут тигән ҡалаһына,

Хәйер бирҙек бер мосолман балаһына.

Ул мосолман булып сыҡты бер яҡташым —

Йөрөп ята Ирәндектең саҡма ташы.

 

***

Черемхауҙың абыстайы үлгән,

Бар мосолман күҙ йәш ағыҙа.

Ҡәберенә генә килеп еткән

Реабилитация ҡағыҙы.

 

***

Өйөмдәрҙә күмер төтәп ята,

Күмер яна — ҡара ер яна.

Күмер түгел, гүйә, шәһиттәрҙең

Ҡайнар ҡаны боҫрай — ил яна...

 

Себер характеры

 

Нимә менән Себер аңды арбай? —

Мәғдәне йә даны менәнме,

Әллә ауанлығы, киң күңеле,

Себер характеры менәнме?

 

Ә нимә ул «себер характеры»?

Сыҙамлыҡмы?

Әллә батырлыҡ?

Тарихта күп уҙған ваҡиғалар

Себер характерын татырлыҡ!

 

Казак Ермак үткән киҫеп, ҡырып,

Теҙләндереп Себер ханлығын.

Рус батшаһы нисә быуат инде

Иҫбатлаған бында хаҡлығын...

 

Бөтәһе лә булған, уҙған, туҙған...

Ә Себер бар, йәшәй, тырмаша.

Әммә себер холҡло кешеләрҙең

Ҡатмарлыраҡ хәле-тормошо.

 

Тик шулай ҙа ҡайҙан себер холҡо,

Ҡуры ниндәй, ниҙән ҡамыры?

Ҡан да, нан да бында буталған бит,

Бар һин юллап ҡара тамырын!..

 

Йәшәү өсөн айбар ҡырталашыу

Ҡеүәтле иткән уның тамырын.

Ер һәм мөхит ҡойған себер ҡурын,

Әүәләгән себер ҡамырын...

2000.

Байҡалда ат кешнәүе

 

Байҡал күлендә кис. Шомло һиллек.

Төтәп ятҡан төҫлө был сал даръя,

Ирҙәр кеүек эстән, гүйә, яна,

Ярһыуҙарын эскә генә баҫа...

 

Һәр ҡарышы — тарих...

Әсе яҙмыш...

Ошо ярҙан, тиҙәр, бер ат осҡан.

Хушлашҡандай итеп ат кешнәгән...

Даръя оҙаҡ бик алҡынып ятҡан...

 

Бында тағы ниҙәр ишетелер?!

Тағы әллә ниҙәр татылыр ул?!

Бында ерһенмәгән ат булғандыр?

Олатамдың, бәлки, атылыр ул?..

 

Олатайым, килгәс Себерҙәргә,

Даны сыҡҡан тағы аты менән.

Кулак тигәндәре юҡҡамы ни! —

Атлы казак барлыҡ заты менән...

 

Ишетәмен кеүек йылдар аша

Ҡан ҡәрҙәштәремдең зар тауышын,

Улар эҙе һаман көйрәй, ана,

Урал ашып, Себерҙәр ауышып.

 

Ишетәмен кеүек һыу үтәләй

Башҡорт йырын, йәнде телгән моңон.

Байҡал күлгә осҡан ат кешнәүе

Йөрәгемде яра, набат булып...

2000.

 

Һигеҙенсе һанлы шахта

 

Кулак тип ғәйепләнеп, Себергә һөргөнгә

ебәрелгән олатайым Шәмсетдин Ямалетдин

улы Рәхмәтуллиндың яҡты рухына бағышлайым.

Автор.

«Шахта» көйҙәренә көйләп,

төшкәнһеңдер шахтаға.

Кәйлә һелтәй-һелтәй арып,

ятҡанһыңдыр таҡтаға.

 

Күмер сапҡан саҡтарыңда

баҫҡан донъя ғәмдәре.

Әммә уйың юл яҡтыртҡан,

һүнһә шахта шәмдәре.

 

Далала үҫкән башҡорт улы,

ябай ауыл балаһы,

ярты ғүмерең атта үткән,

Себерҙә ер ҡаҙаһың.

 

Шахталарҙа михнәт сигеп,

тапһаң ашар аҙығың,

һиндәй күпме аҫыл ирҙәр

баҫҡан һуңғы аҙымын...

 

Иҫке шахта! Һин — бер музей,

Һин — мавзолей, һин — тарих.

Шахтерҙар тауыш бирәме,

йығылғандармы арып?..

 

Черемхауҙа уба кеүек,

ҡалҡып тора был шахта.

Һөйәктәрҙән өйөлгәнгә

һәйкәл кеүек ул ҡалҡҡан.

 

Унан тыныс үтеп булмай,

ул — Күҙ Йәше майҙаны.

Яҙмыштарҙы барлайым да

тертләп китәм айбанып.

 

Ҡалған бит, олатай, һинән

мираҫҡа иҫке шахта.

Миңә ниҙәр нәҙер иттең? —

Өндәшмәй шул ул хаҡта...

1999-2000.

 

Иркут баҙары

 

Иң шәп урын бында баҙар, тиҙәр.

Ҡайнап тора Иркут баҙары.

Йәнең нимә теләй?! — Шул алдында,

Асҡандармы донъя баҙҙарын?!

 

Кем генә юҡ Себер ҡалаһында?!

Полягы ла һалған костелын[2]...

Ҡытайҙарҙы әйтеп тораһы юҡ,

Улар күрә баҙар хәстәрен.

 

Бөгөн инде бөтә киң Себерҙең

Ҡытай менән тулған баҙары.

Ҡайҙа йөрөй урыҫ сауҙагәре?

Баҙар ҡалыр ҡасан таҙарып?..

 

Киң Себер ҙә бер мәл кесерәйер,

Юғалтырбыҙ башты, күп эсеп.

Рәсәйҙә юҡ микән сауҙагәрлек?

Ҡайҙа икән себер купецы?..

2000.

 

Иркутскиҙа өс кис

 

Өс төнөбөҙ үтә борсолоуҙа,

Йоҡлай алмай Рәсүл[3] уфтана, —

Тыйыуҙарҙы белмәй, балкон аша

Төн йөҙөндә йөрөй шпана.

 

Ишектән ҡыуабыҙ - ул тишектән

Үтеп инә, әмәл-юл табып,

Һуҡыр сысҡан ише мыж киләләр,

Ятаҡ ҡаттарында эҙ һалып.

 

Төкөрәләр улар миссияңа,

Йөкләп килгән милләт эшеңә...

Һөмһөҙ йөҙҙән, битһеҙ ҡараштарҙан

Йәнем биҙә, күңел күшегә...

 

Туғандарҙы эҙләп килгәнеңә

Кем ҡыуана, йә кем ышана?! —

Дәрәжәңә һөртөп аяҡтарын,

Балкон аша үтә шпана.

 

«Шул кәрәк тә һиңә, күрмәһәң — күр!» -

Үҙ-үҙемдән хәтәр үс ҡана!...

«Тәртиптәргә» күн дә

Аҙ ғына түҙ —

Балкон аша үтһен шпана...

1999, апрель.

Атилла[4]

 

Башҡортостан — ят ер Атиллаға,

Уға Черемхово — тыуған ер.

Себер генә уға — ер кендеге,

Ә ҡалған яҡ — торған, туйған ер.

 

Олатай-өләсәй теле Атиллаға

Бөтөнләйгә ят тел, үҙ түгел.

Башҡорт йыры йәнен ҡымшандырмай,

Башҡорт һүҙе уға наҙ түгел.

 

Исемдәр ҙә аңлашылыр телгә

Ауҙарылған, башҡа юҡ сара:

Талха булған Толя,

Ғилметдин — Гриша,

Зәйнәп — Зина,

Сәрбиямал булған тик Сара...

 

Атилла, әсәһе тәҡдим иткәс,

Ҡайтыу тураһында Уралға,

Ишетергә лә теләмәгән уны,

Күңелендә дауыл ҡубарған:

— Һинең, мама, ерең — Башкирия,

Ә минеке — Черемховола,

Мин ошонда ҡалам бөтөнләйгә,

Миңә кәрәк Себер һауаһы...

 

Телһеҙ ҡалған әсә...

Хәҙер инде

Ни мәғәнә тамыр юллауҙан?..

Бер ҡырҡылғас, тамыр ялғанамы,

Түгелеп-түгелеп кенә илауҙан?!

2000.

 

Атайым йыры

 

Себерҙәргә килеп ишетергә

Яҙған миңә атай йырҙарын.

Йырлаған ул, һуғыш уты сығып,

Ҡалдырғанда тыуған ҡырҙарын:

«Беҙ бара торған юлдарға

Ҡайын ауған арҡыры.

Донъяһына уттар ҡапҡан,

Беҙгә тейә ялҡыны...»

 

Йырлағандыр атай ул йырҙарҙы

Күңелкәйе тулып барғанға,

Илкәйҙәре тороп ҡалғанға ла

Йөрәккәйен һағыш алғанға:

«Таңатар урамдарының

Туҙалыр туҙандары.

Беҙ киткәстен иркен ҡалыр

Таңатар урамдары...»

 

Атай! Йырың аттар еле менән

Ярһып килеп инә йөрәккә...

Һауаларҙы гиҙгән ыласындай,

Ил ҡыҙырып оса иректә...

 

Атай!

Йырың киткән Себерҙәргә,

Байҡал күлгә ҡәҙәр юлланған,

Һәм әйләнеп ҡайтты Уралыңа

Ярты быуат үткәс — юғалмай!..

2000.

 

[1] 1999 йылдың апрелендә дүрт меңләп ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ йәшәгән Иркутск өлкәһенә танышыу сәфәренә юлландырғаны өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына оло рәхмәтемде белдерәм. Автор.

[2] Костел – сиркәү.

[3] Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Рәсүл Ҡарабулатов.

[4]  Йәшләй яҡты донъянан киткән ҡустым Төхвәтуллин Атилла Ким улы (1950 – 2000) иҫтәлегенә. Автор.