Саҙаҡа

Саҙаҡа

 

Һин — фәҡир ҙә, һин — хаким да,

Һин — меҫкен дә, һин — көслө лә,

Рәсәй — әсәйем!..

                                  Н.А. Некрасов, 1876 йыл.

 

Идеалдарҙың емерелеүе, рухи бөл­гөнлөк,

хатта күп осраҡта фәҡирлек — бына

үҙгәртеп ҡороуҙың әле­ге этабындағы

ҡот осҡос билдәләре.

“Литературная газета”

 1990 йыл, 27 июнь.

 

Бала саҡ хәтирәләренән:

Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа хәйер-саҙаҡа һорап йөрөүселәр беҙҙең ауылға ла йыш килә ине. Ололар өйҙә булғанда уларҙы индереү ар­тыҡ хәүефле түгел. Бер саҡ беҙ, балалар, үҙе­беҙ генә ултырғанда, бер хәйерсенең беҙҙең өйгә етеп килгәнен күреп, барыбыҙ ҙа соланға ишекте бикләргә йүгерҙек.  Арабыҙҙа иң өлкә­не — Нәфисә апай, бара һалып, өҫкө иркенерәк келәне элде. Ә беҙ, ни булыр икән тип, көтөп торғанда, теге хәйерсе ҡатын ишекте дөбөрҙәтә лә башланы. Ишек асылмағас, еккә барма­ғын тығып, келәне күтәрергә маташты. Шул саҡ Нәфисә апай йүгереп барҙы ла бөтә көсөнә ишекте шарт япты. Ҡалын таҡта ишек теге хәйерсенең бармағын ҡыҫты. Ул йәнтәслимгә аҡырып ебәрҙе лә, ектән бармағын тартып  алып, беҙҙе әрләй-әрләй, урамға сығып китте. Беҙ, бәләкәйҙәр, уны йәлләп тә ҡуйҙыҡ: “Бар­мағын ауырттырҙыҡ...”  Ә Нәфисә апайҙың: “Ә ул келәне ҡалҡытып өйгә инһә?” —  тигән һорауын ишетеүгә, тағы шомланып, шымып ҡалдыҡ. Сөнки хәйерселәр, ололар өйҙә бул­мағанда инеп, балаларҙы ҡурҡытып, кешенең барлы-юҡлы нәмәләрен алып сығып китеүҙәрен дә ишеткәнебеҙ бар. Әммә, әйбер алып китеүенән бигерәк, беҙҙе ниңәлер хәйерсенең ят ҡылығы, йолҡош ҡиәфәте хәүефкә һалыр ине...

 

Мәңге ил ҡыҙыр, тип,

Хәйерсенең

Һеңдермәгәндәрҙер аңына,

Яҙмағандарҙыр бит маңлайына:

”Хәйерселек — һинең ҡаныңда...”

 

Теге хәйерсенең бармаҡтары

Солан ишегенә ҡыҫылып

Тора һымаҡ һаман,

Тупһала ул

Илай һымаҡ һаман буҫығып.

 

Әй замандар!

Бармаҡ ҡына нимә?! —

Бөгөн беҙҙең йөрәк ҡыҫыла!

Шул хәйерсе яҙмышына оҡшаш

Булмышыбыҙ әрнеп ҡысҡыра!..

 

Сәсәй-сәсәй батып барабыҙмы

Торғонлоҡтоң төпһөҙ һаҙына?

Ҡотолмаҡсы булып,

Тотонабыҙ

Портреттар, лозунг һабына...

 

Ишетәм йыр партком тәҙрәһенән,

Тарала ул елгә, остан осҡа:

“Наш паровоз, вперед лети,

В коммуне — остановка!..”

 

Туҡтаны ул — беҙҙең паровозҡай...

Ҡуйылғандай юлға ҡаҙаҡлап.

— Килеп еттек!

Ғәйеп итмә, туған,

Артабан һин йәйәү аҙаплан...

 

Һырып алды өйҙө-вагондарҙы

Әллә сиған, әллә ҡасаҡтар...

Черемхауҙан ҡайтҡан “кулак” улы

Илай-илай мине ҡосаҡлай...

 

Тәҙрәләрҙән, вагон ишегенән

Хәйер һорап, ҡулдар һонола.

Берәү әйтә:

— Яңы Указ сыҡҡан...—

Тыңлап тороусы юҡ уны ла.

 

Ығы-зығы, сыр-сыу...

Билдәһеҙлек...

Берәү — икмәк,

берәү тоҙ һорай.

Шуны ғына көткән алып-һатар

Чегын яҙып, усҡа тиҙ һона...

 

Эсебеҙҙә  шытҡан шомло тауыш

Тышҡа таша:

“— Беҙ һуң кем әле???

— Ниндәй хәлгә төштөк?! —

Бөтәбеҙ ҙә

Диоксиндан, фенол, нитраттарҙан

Йә иманһыҙ ятып үлмәле...”

 

Бындай хәлдән нисек ҡотолаһы?

Аңды ҡара томан — нәҫ баҫҡан”[1].

Йәнгә оялаған хәйерселек

Яңы быуатҡа ла бергә атлар...

 

Күпме шау-шыу бөгөн

Майҙандарҙа,

Радиола,

Гәзит битендә...

Эшкә форсат та юҡ —

Бөтә илдә

Биҙгәк тотҡан кеүек митингә.

 

Һөрәндәрҙән туйҙыҡ.

Әммә унан

Тамаҡ туймаҫ,

Йән дә ҡотаймаҫ.

Вәғәҙәләр,

тыйыу,

әүрәтеүҙәр

Бөлгөнлөктән илде ҡотҡармаҫ.

 

Тәнҡитләргә маһир һәммәбеҙ ҙә,

Тәҡдимдәрҙән тондо ҡолаҡтар.

Бәғзе уҡый вәғәз:

“Был донъяға

Беҙ килгәнбеҙ бары ҡунаҡҡа...”

 

Ҡунаҡмы һин,

Әллә муйнаҡмы һин, —

Уныһы ҡалһын әйҙә намыҫта.

Беҙҙә бүтән вайым:

Офоғобоҙ

Ҡараңғы ла, ҡотһоҙ, ябыҡ та...

 

Шуға, сабый күңел,

Алдан төңөл —

Мәкер-көфөр түгел бөтөрлөк.

Хушһынмайыҡ берүк,

Баш осонда

Буш ҡыуыҡтар осто етерлек...

Иңрәп китте ишек ҡыңғырауы.

Ҡыҙым барып асты йүгереп,

Ҡаршыһында күрҙе

Бер әҙәмде —

Хәйер һорағанын бөгөлөп,

Яурынбаштарына ҡулын һалып,

Маңлайына ҡуйып устарын,

Ярҙам көткән әҙәм белдермәксе

Ҡыҙға үҙенең хәлен, аһ-зарын...

 

Әйтеп бөтә алманы —

Ҡаршыһында

Көплө ишек гөпләп ябылды,

Уның хәйер көткән устарына

Туҙан ғына килеп ҡағылды.

Үҙем сығып, йомшаҡ өндәшеүгә

“Ҡарт” боролоп ҡына күҙ атты,

Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ас йөҙөнә

Кескәй генә сатҡы — нур ятты...

 

Ҡабул ҡылып биргән саҙаҡамды,

Мең рәхмәттәр уҡып эйелде,

Ҡыҙыу-ҡыҙыу ниҙер һөйләне лә,

Төкөрөгөнән сәсәп, төйөлдө...

Тынысланғас,

— Ҡайҙа йәшәйһең? — тим.

— Төрлө ерҙә... Әле — алыҫта...

Билет өсөн аҡсам етмәй... Юлда

Урланылар ҡайтып барышлай...

“Алдаймы ул? Әллә хаҡты һөйләй?” —

Хәлен аңлап, бағам күҙенә.

Әллә ҡайҙа элек осрағандай,

Таныш кеүек йөҙө, үҙе лә.

 

Был ни хикмәт?! —

Ҡалдыммы мин әллә

Алыҫ хәтирәләр ҡатында?

Был — улымы әллә

Теге ваҡыт

Хәйер һорап килгән ҡатындың?!

 

Әй замана!

Әйләнә лә баҫа,

Инер ишектәре киң булғас.

Ата-инә бында ғәйеплеме,

Ватаныбыҙ үҙе юл ҡуйғас?..

 

Берәҙәктәр менән ҡала тулған,

Вокзалдарҙа, мунса, баҙарҙа

Һонолған ҡул һине ҡаршы ала,

Тотонғандай йәнде таларға.

 

Ялбарыулы ҡараш, түбәнселек,

Йолҡошлоҡ һәм меҫкен ҡиәфәт…

Шундай тойғо:

Хәйер бирмәй китһәң,

Эҙәрлекләр төштә хөрәфәт.

 

“Хәйерселек тә юҡ, эшһеҙлек тә!

Беҙҙең дәүләт сыҡты иң алға!..” –

Тигән оран һалдыҡ бар донъяға,

Кемгә хәжәт булған был ялған?

 

Бөгөн иһә илдә ил ҡыҙыра

Күпме эшһеҙ, күпме берәҙәк?! —

Йолҡоштарға һинең законың ни,

Бармы уға тәртип йә әҙәп?..

Берәҙәк — бер әҙәм,

бер яңғыҙаҡ,

Туған-тыумасанан айырылған;

Яраланған сапсан ҡыйғыр ҡоштай,

Өмөт ҡанаттары ҡайырылған.

Күмәскә лә ҡабат берегә алмай

Бер теленеп төшкән һыныҡ та;

Берәҙәк тә тоймай ил йылыһын

Йөрәген бер тапҡыр һыуытҡас.

Ә аяныс:

Бәндә ҡайғыртамы

Иртәгәһен, нисек йәшәрен?

Юҡмы икән унда ер тойғоһо,

Хәтерләйме тыуған әсәһен?..

Ҡайҙа хәтер?!

Үткәндәрҙе түгел,

Бөгөнгөһөн иҫләй алмай ул,

Буйһонған да ҡорһаҡ ҡанунына

Эләккәнен тиҙерәк ялмай ул.

 

Бөтәбеҙгә лә хас ул бер тойғо:

Әҙәм — аҙмы-күпме берәҙәк,

Яңғыҙлыҡҡа тарта тәбиғәте,

Йәмғиәттән өркә әҙерәк.

Күңел аҙғын:

бер аҙ бушат теҙген —

Бөтәбеҙҙән тыуыр берәҙәк.

Күҙ һалайыҡ тирә-яғыбыҙға —

Кәрәкме ни бында күрәҙә!

 

Уй уйҙымы беҙҙе берәй ваҡыт:

“Берәҙәк һуң кем ул, кем була?..”

Тиреһенә инеп ҡарамағас,

 Тотоп ҡарамағас, кем белә?!

Йөрөүҙәме хикмәт ил ҡыҙырып,

Һорауҙамы хәйер, ҡул һуҙып?

Рухи хәйерселек — берәҙәклек,

Яҙмышыңа йәшәү ҡол булып.

 

Нисә съезд,

Нисә сессиялар

Тылҡынылар беҙгә һабаҡты!

Шул һабаҡтан

Шаңҡып миңрәүләндек,

Боҙға ҡуша туңған сабаҡтай...

 

Һәр беребеҙҙә ултыра берәҙәклек,

Ғүмер буйы тейә теңкәгә,

Бығауынан уның ҡотолоу юҡ,

Баш күтәрһәң — һуға түңкәрә.

Ҡай еребеҙ кәм һуң берәҙәктән:

Бөтәһен дә һорап алабыҙ,

Табыш-төшөм ҡунһа — аҡланабыҙ,

Хаҡыбыҙ бар, тигән булабыҙ.

 

Биләмәбеҙ — ишек аралары,

Теләнселәү — бары заманса,

“Шалт” тибелеп сыҡһаҡ бер ишектән,

Икенсеһен дуҫтар шар аса.

Йөрөй-йөрөй, бәғзе әҙәм шулай

Йомролана мунса ташындай.

Шул мөхиттән үрсей һоро ҡорттар,

Йәмғиәттең йомарт ашында.

 

Бәғзеләрҙең күркә ҡуҡырлығы,

Шапырыныуы алағайымға,

Шарҙай күҙле күңел һуҡырлығы

Биҙҙерҙе гел бала сағымдан.

Ундайҙарҙы һис тә енем һөймәй,

Уларға мин — ҡырыҫ бер әҙәм;

Ул хаслыҡтан алыҫ ҡасҡы килә,

Ундай саҡта мин дә — берәҙәк.

Үҙһүҙлегем, бәлки, биҙҙергәндер

Минән дуҫтарымдың байтағын.

Күптәренең һыйлы табынынан

Үҙемдең дә килде ҡайтаһым...

Үҙһөйәрлек — шул уҡ берәҙәклек,

Үҙ йәнеңде генә ҡайғыртыу,

Бүтән өсөн яуаплы ла түгел,

Кәрәк түгел башты ҡаңғыртыу.

Үҙһөйәрлек иллә һыңар булмай —

Мин-минлектең яҡын ҡәрҙәше,

Илтифатҡа һан юҡ улар барҙа,

Улар уҙа түргә гөрләшеп...

 

***

Һеҙҙең ҡорҙа мин үҙ булалманым,

Бул а алмам, ахыры, алда ла,

(Күргәнегеҙ бармы: туғаҙаҡҡа

Иш булғанын ҡупай ябалаҡ?)

Берегеҙ үкенһә лә,

Икенсегеҙ

Эстән риза — итә тантана.

 

Ауыр тойғо иңдәремә түгел,

Йәндәремә баҫа таш булып,

Берәүегеҙ быны аңлаһа ла,

Байтағығыҙ йөрөй шат булып.

Толпарҙыр, тип, һайлап менгән атым

Булған мәлдә үшән алаша,

Берәүегеҙ ихлас борсолғанда,

Күптәрегеҙ ҡыла тамаша.

Бәғзе берәү яҡын дуҫына ла

Фәлән Фәләныч тип өндәшә,

Күҙ алдында ҙурлай, маҡтау сәсә,

Күҙ артында — үлеп көнләшә.

Ниңә берәү шулай:

Ҡыуанмай ҙа

Үҙ дуҫының аты уҙғанға,

Бары ишәгенең арғымаҡтан

Тороп ҡалыуына һыҙлана.

Беҙ берҙәмбеҙ — ситтән ҡарағанда,

Тупланғанбыҙ кеүек ҡорға ла.

Әммә бөгөн байтаҡ әҙәмдәрҙең

 Тоғролоҡҡа антлы мөһөрҙәре

Төтөн булып осто торбанан.

Кеше нишләп бөгөн

Үҙен-үҙе

Аңлай алмай алйый, аптырай,

Бар донъяһын шундуҡ бөтәйтергә

Таҡмаҫ ерҙән бетеү таҡтыра...

 

Яҙмышыбыҙ менән бөтәбеҙ ҙә

Берәҙәктәр — бер үк санала,

Айырмалар, ахыры, шунда ғына:

Һораныуҙар төрлө юҫыҡта ла

Саҙаҡалар төрлө самала.

Йә үтескә, йә һуңғыға алып,

Баштан аша батҡас бурысҡа,

Бөтәбеҙ ҙә шулай әйләнәбеҙ

Өҙгөскә йә тартҡыс-һурғысҡа,

Ғүмерҙе лә хатта әллә кемдән

Алып торған кеүек бурысҡа,

Үлгәндә лә бурыс ҡәбереңә

Инеп тулыр, күпме тырышма...

 

Ниңә теләнсегә әйләнәбеҙ? —

Ә бит тәүҙә бирҙек бөтәһен:

Урҙыҡ, тирҙек, һурҙыҡ...

Бирә торғас,

Ауыҙ асһаҡ, күренә үпкәбеҙ.

Һис бойомға ашмаҫ план ҡороп,

Алабыҙ ҙа хәтәр йөкләмә,

Өйберенсә йөрөп йыябыҙ ҙа

Үҙебеҙҙә ҡала... текләмә[2] .

 

Алыр өсөн кәрәк-ярағыңды

Башта тапшыр күкәй, ит, һөт, йөн.

Ә кибеттә тауар “кибеп” бара —

Йөн үҫеүен оҙаҡ кем көтһөн?!.

 

Йыйылғанды һалып ҡуябыҙ ҙа

Иҫкертәбеҙ әле, көтәбеҙ,

Күгәртәбеҙ, әсетәбеҙ, шунан

Алып барып ярҙан түгәбеҙ;

Ата-инәһенән төшөп тороп,

Әллә кемде шунда һүгәбеҙ,

Ғәйеплене

Үҙебеҙҙә түгел,

Башҡа ерҙә генә күрәбеҙ.

Бына беҙҙең бөтә тәртибебеҙ,

Тормошобоҙ, йәғни система.

 

Ҡотайырмы илең,

Йотайырмы,

Бөк билеңде — иртә-кис тимә!

Был хәлебеҙ иҫке,

Күптән таныш,

Тел-тештәргә,

Ғәйбәтсегә,

Хәбәрсегә лә бер иш тема:

Беҙҙең илгә генә хас булғанса,

Юғарынан

түбән баҫҡысҡаса

Сикһеҙ тәртипһеҙлек —

СИСТЕМА.

 

***

Һәр беребеҙ — айырым дәүләт кеүек,

Тере ҡәлғә — күҙле, ҡолаҡлы,

Йортобоҙҙоң ауыр ишектәре

Икешәр ҡат, хикмәт йоҙаҡлы.

Бер фирҡәлә торған кешене лә,

Күршеңде лә ҡайсаҡ белмәйһең,

Кем ул, нимә уйлай, нимә борсой,

Ҡайғыһын да күҙгә элмәйһең.

Әллә михнәт, әллә зәхмәт менән

Аунап ята берәү урамда.

Бер кемдең дә быға иҫе китмәй,

Билен бөкмәй хәлен һорап та.

Сөнки һәр кем үҙен генә белә,

Үҙ яҙмышын үҙе хәл итә.

Йәнәһе лә “Де-мо-кра-ти-я!”,

Кәңәш-төңәш эште хөртәйтә.

 

Ер-һыуыбыҙ дөйөм — дәүләттеке,

Мәғдәне лә уртаҡ — илдеке.

Барыһы ла көллө халыҡтыҡы,

Минеке лә түгел, һинеке.

Бөтәбеҙ ҙә берҙәй яуаплы, тик

Һин дә түгел, шул уҡ мин түгел.

Ә кем хужа?

Әлеге бер ҡулса —

Халыҡ,

Аныҡ ҡына йән түгел.

 

Имеш, кемдер һинең өсөн уйлай,

Уйланмаҫҡа һине күндерә.

Хәл иткәндә сыға ҡара тирең,—

Төҙәтмәһен тормош индерә.

Мейеләргә елем тулғанмы ни:

Зиһен — тиле,

Фәндә — торғонлоҡ,

Ғәмде — йоҡо,

Тәнде ыйыҡ баҫҡан,

Таланттарға төшкән ҡырғынлыҡ.

 

Беҙ иҫкерҙек.

Йәмғиәттә — ҡартлыҡ,

Шунда микән әллә сиребеҙ?

Әкрен-әкрен генә беҙ шиңәбеҙ,

Тарҡалабыҙ, рухи серейбеҙ.

Беҙ — тоҙаҡта.

Юл юҡ алдыбыҙҙа.

Юлды япҡан ҡалын стена.

Тауышҡынаң ташҡа ҡаҡлыға ла

Шаңдау булып арттан ҡысҡыра.

Күпме “бесәй-сысҡан” уйнарғалыр,

Бер-беребеҙҙе алдап, әүрәтеп,

Күнеккәнбеҙ шулай:

“Барыбер аҙаҡ

Хатабыҙҙы тормош төҙәтер”,

Халыҡ күндәм, өйрәнгәнбеҙ инде,

Буш тоҡсайҙы яҙмыш йөкмәтер.

Дәүләтебеҙ бөгөн шундай хәлдә —

Ҡулды һоноп, ситкә бараһы,

Сабатаға һалыр олтанды ла,

Алтын биреп, һатып алаһы...

 

Тормош шырлығынан үтер һуҡмаҡ

Ҡайҙа алып барып сығарыр?

Нимә көтә йәнде? —

Һыуһындарҙы

Нимә менән кемдәр һуғарыр?..

 

Нисек кенә сәйер булмаһын был,

Ҡайсаҡ кәрәк ҡалыу яңғыҙ ҙа,—

Шуны тойҙом,

Моңһоу урман юлы

Бер ҡәбергә илткәс аңһыҙҙан.

 

Яңғыҙ ҡәбер...

Ниңә яңғыҙ икән?

Кемдәр генә уны ҡуйғандыр?

Бында ятҡан әҙәм, моғайын да,

Тыуған ерҙән ситтә булғандыр.

 

Гүр эйәһен хәҙер бер кем белмәй,

Ниндәй диндән, ниндәй илдәндер.

Яҙыуы ла уңып юҡҡа сыҡҡан...

Бер һүҙ ҡалған: “...улы” кемдеңдер.

Тимәк, мосолманһың.

Башҡорт улы!

Хатта ырыуҙаштыр, кем белә.

Кем һуң тупраҡ һалды,

Баш осоңа

Ағас сәнсте икән кем генә?!

Һиңә, туған, бәлки барыберҙер,

Кисер бер үк бындай һүҙ өсөн,

Дәғүәң юҡтыр ҡайҙа ятыуыңа,

Ҡарап үтер сит-ят күҙ өсөн.

 

— “Ҡайҙа ятһаң да һуң бер түгелме?..”

— Юҡ, бер түгел, туған, бер түгел!

Ятҡан ерең мамыҡ булғанда ла,

Ғәзиз түгел, тыуған ер түгел...

 

Йәнә яҡшы әҙәм балаһынан

Ҡалыр ерҙә һуңғы хәтирә,

Кем булһа ла

Яҡты иҫтәлеген

Бар нәмәнән алда әйтерҙәр.

Тереләргә кәрәк иҫтәлегең,

Һин бит — кеше,

Ерҙә йәшәнең,

Булған тыуған ерең, эскән һыуың,

Балаһылыр ғәзиз әсәнең.

 

Һин мал түгел —

Ҡәбер яҙыуыңа

Һуғылырға юҡлыҡ тамғаһы,

Һин кешеһең икән — бар исемең,

Тик яҙылмай унда ялғаны...

 

Әгәр инде

Һин берәҙәк булһаң

Һәм йәшәһәң хәйер һорашып,

Өйҙән өйгә йөрөп,

Ил ҡыҙырып,

Бирмәһәләр — хәмсеп, урлашып...

Ул сағында,

ғәфү ит, туғаным,

Үпкәләп тә булмай кешегә,

Кемдәр күмгән — улар инде һуңғы

Хөрмәт биргән һинең ишегә.

 

Ҡайҙан белһен улар кемлегеңде,

Берәҙәк бит — мәңге ырыуһыҙ.

Рәхмәт кенә аҙҙыр күмгәндәргә,

Бүтән талап ҡуйыу урынһыҙ...

 

Моңһоу уба...

Ҡойон уйҙар ҡуба...

Юл да уҙа урап, ситләтеп...

Яңғыҙ ҡәбер миңә өндәшкәндәй:

“Ай-һай ҡыйын икән ситтә”, — тип.

 

Әй билдәһеҙ әҙәм,

“Фәлән улы”,

Кем булһаң да яҡташ, ғәмәлдә.

Бары һинән

Тыуған яғыбыҙға

Алып ҡайтып булмай сәләм дә...

 

Ниндәй ҡаты бәғер булғанда ла

Йомшарабыҙ ҡәбер янында.

Беҙҙең ғүмер — бер нур ғына кеүек

Икһеҙ-сикһеҙ ғәләм алдында...

 

Яңғыҙлыҡтан ҡапыл йән өшөнө,

Эҙләйһеме уның бәләһен? —

Ҡырҡһалар ҙа тыуғас кендегеңде,

Ереңә ул мәңге бәйләнһен.

 

Атайсалдан — тыуған ерҙән китеп,

Күпме әҙәм ҡырға һибелгән,

Айырылып телдән, эсәр һыуҙан,

Ят бауырҙай, ситкә тибелгән.

 

Ерҙе мираҫ иткән бабаларҙың

Рухына был яуап һүҙеме?

Сит яҡтарҙа бәхет эҙләп йөрөү —

Шул уҡ берәҙәклек түгелме?..

 

Яңғыҙлыҡта мине һағыш өтә,

Үртәй генә күңелем ҡылдарын!

Сеңләп-сеңләп ҡылдар өҙөләләр

Һәм өҙәләр өмөтөм юлдарын...

 

1990

 

[1] Нәҫ баҫыу – төшөнкөлөк, битарафлыҡ (диалект).

[2] Текләмә – күрһәткес, сводка, отчет…