Саптарым

 

Ҡапҡаларға ҡыҙыл әләм элеп,

Ҡотлау сәләмдәре таратып,

Ватан иңләп,

Оло байрам атлай,

Уйҙар ебен тилбер тағатып...

 

Гел дә шулай —

Байраҡ талпыныуы

Йөрәкһетә тыуған яғыма.

Сыуаҡ бала сағым тороп ҡалған

Таңатарҙың юлын һағынам.

 

Таналыҡтың теште ҡамаштырыр

Һыуын услап эскән саҡтарым;

Туғайында күбә тарттырғанда

Ҡолатып та киткән Саптарым...

 

Бөгөн инде үтәм шул юлдарҙан,

Заман арғымағын эйәрләп.

Яҡты хәтирәләр йөгөн йөкмәп,

Бала сағым арттан эйәргән.

 

Ҡорҙаштарым менән шул юлдарҙан

Хужаларса үтәм ҡабатлап.

Тыуған ауылым!

Ҡайтыр киткәндәрең,

Аштар һыуынһа ла табаҡта.

Ҡайтыр улар

Тик байрамға түгел,

Ҡаршыларға таңды баҫыуҙа.

Бары шунда баҙап тормаҫтар, тим,

Тупрағыңа аяҡ баҫыуҙан.

 

Талпынғанда күңел

Һағыныуҙан

Бала саҡтың тоғро аттарын,

Кешнәй-кешнәй, мине алырға тип,

Сабып килә кеүек Саптарым.