Саман өйҙәр

Саман өйҙә тыуҙым.
Саман өйҙә
Үтте бала сағым, йәшлегем.
Был зарланыу түгел,
Бары таныу —
Шундай булды тыуған бишегем.

Саман булһа ла ул
Минең өсөн
Атай йорто — ғәзиз төйәгем,
Тыуған йортто —
Таштан, саманданмы —
Барыбер яҡын күреп һөйәһең.

Саман ине өйҙәр.
Әммә беҙгә
Тыуған өйҙәр яман булманы,
Йылы бөркөп,
Якты һирпеп торҙо,
Золом, мәкер, ялған торманы.

Әллә ҡайҙан,
Алыҫтарҙан балҡып.
Күренә ине улар ағарып.
Йылы өйө,
Хужа һыйы менән
Сығыр ине юлсы таҙарып.

Саман өйҙәр...
Атай-олатайҙарҙың
Далалағы йәшәү рәүеше.
Ағас юҡ, тип, донъя көтмәһенме? -
Йорт күтәреү булған тәү эше.

Өмәләрҙән ауыл гөрләп торҙо,
Саман өйҙәр ҡалҡты ярышып,
Тормоштары бер ҙә кәм булманы.
Йәм тапҡанға ҡырҙа алышып...

Саман өйҙәр...
Бөгөн емерек, ҡотһоҙ.
Үткәндәрҙәнме ни был мираҫ?
Юҡ, заманса! — Борон торған өйөн
Намыҫ күрке күрҙе
һәр ир-ат!