Рәсем

Ауыл өйө.
Ылыҫ еҫле иҙән.
Ап-аҡ мейес тора уртала.
Мейес тураһында түгел һүрәт,
Ул — бары фон.
Көтһөн берталай.

Аҡ мейестең таҙа көлдөксәһен
Биҙәп ята ғәжәп әйберҙәр...
«Көлдөксәлә йәмкә, һоҫҡолор», — тип
Әйтһә, күрмәгәндәр әйтерҙәр.

Көлдөксәлә...
Күрсе, эй мөғжизә! —
Алтын балдаҡ.
Көмөш беләҙек.
Тәңкә-мәрйендәрҙән ҡашмау, сәсҡап.
Ҡуш сулпылар йылтыр энәле...

Мейес эргәһендә —
Һике. Яҫтыҡ...
(Ундағы йән — хистәр ҡуҙғата!)
Зиннәттәрен һалып
Көлдөксәгә,
Көлөп кенә йоҡлап
ҡыҙ ята...