Рәми Ғарипов

Һабантурғай булып йыры сыңлай,

Йылмайыуы китмәй  хәтерҙән.

Йыйырсыҡлап йөҙөн,

Ҡыҫып күҙен,

Көлөп килер кеүек хәҙер ҙә…

 

Йөрүҙәнкәйенең йор ағышы

Ҡушылғандай күкшел томанға,

Тулҡын-тулҡын ятҡан сәстәренә

Күкшел төтөн булыр уралған.

 

Йылмайыуы – тотош һағыш ине,

Көлөүҙәре – оло бер ирмәк.

Урты тулы ҡан булһа ла бөркмәҫ,

Дошманына ыша-һыр бирмәҫ.

 

Йылмайыуы – тотош һағыш ине,

Һағыш ине, әммә зар түгел.

Ул йөрәктә һис бер зар булманы,

Зар ярата бары тар күңел.

 

Һағышы ла уның самимиҙыр,

Һағыныуҙан тыуған ул тойғо.

Һағынды ул беҙҙең ихласлыҡты,

Ғиффәтлектең кәмеүен ул тойҙо.

 

Һағышланда, әгәр күңелдәрҙә

Күркәмлектең күрһә кәмеүен,

Ул йәшәне

Йоҙроғона түгел,

Йөрәгенә төйөп әрнеүен.

 

Был мәҙхиә түгел йылмайыуға,

Һүҙҙән венок түгел Рәмигә.

Күп кәрәкмәй йырға –

Шул да етә:

Күңелдәрҙә һағыш кәмеһә.

 

Кем яҙыҡһыҙ икән был донъяла,

Тормош булғас – шыма буламы.

Ул бит:

Тәбиғәте менән сабый ине,

Тәбиғәттәй ҡай саҡ туланы.

 

Бар булмышы,

Халыҡ рухы һымаҡ,

Ихлас ине,

инсаф йөрәктән.

Ата улы ғына булып түгел,

Ватан улы булып өйрәнгән.

 

Уралдағы таш сәскәгә, гөлгә

Йылмайыуы ҡалды яғылып.

Яҙғы ҡояш – хас та сабый бала, -

Көлөп тора, болот ябынып…