Рәхмәттәрҙе әйтеп ҡалайыҡ

Атайҙы ла беҙҙең инде хәҙер

Иҫкә генә ҡалды алаһы.

Атайымды көткән әсәй өсөн

Һәр көн ине - мина яланы.

 

Ҡайтҡыланы ла ул хәбәрһеҙҙәр

Үтеп тамуҡ - ғазап араһын.

Көткәндәргә Еңеү яҙҙарының

Һәр береһе - йөрәк яраһы.

 

Атайымдың ерҙә ҡалды микән

Яуҙан иҫән ҡайтҡан яуҙашы?

Исмаһам, бер барып яндарына

Күреп ҡалыр инек һауҙашып.

 

Ҡалған булһа тик бер ҡоралдашы,

Атайымдай күргән михнәтте,

Рәхмәт әйтер инек уға ҡарап,

Атайыма әйтер рәхмәтте.

 

Еңеү яҙын беҙгә алып ҡайтҡан

Ветеранды эҙләп табайыҡ.

Атайыма һәм үҙенә тейеш

Рәхмәттәрҙе әйтеп ҡалайыҡ!