Республика көнө

(Ғ. Сәләм менән әңгәмә)

 

Сәләм ҡәләмдәшем!

Халҡың рухы

Ҡанат киргән мәлен күргәнһең,

Республикабыҙҙың иртәһендә

Хисең ташып, шатлыҡ тиргәнһең.

Әле алда булған:

Быуаларҙа

Алтын балыҡтарҙың сиртәһе,

Әммә йырың бағышланың,

Данлап

Республикаңдың һин иртәһен[1].

 

Иң бейек тау эҙләп,

Уралыңа

Ҡабат-ҡабат үрелеп-ҡаранып,

Тапмағанһың

“Шул тауҙарҙа тыуған

Шатлыҡтан да бейек ҡаяны!”

Һоҡланғанһың сабый бала кеүек,

Үҙәндәрҙә күреп аҡ томан.

Бөгөн үҙәндәргә,

күк томандай,

Төтөн пәрҙәләре тартыла.

 

Рәсәй инде, сығып шинеленән,

Йәшел бишмәт кейеп өлгөрҙө,

СССР тигән дәү дәүләттең

Байрағын да елгә елгәрҙе.

Әйләнмәһә лә көн әкиәткә,

Әкиәттәй ҡапыл үҙгәрҙе.

Бәйһеҙлеккә асып ҡапҡаларҙы,

Диктатты ла ергә түңкәрҙе.

 

Сал Уралың — бер башҡорттоң ғына

Түгел донъя көткән төйәге.

Унда күпме халыҡ балаһының

Тынлыҡ тапҡан изге һөйәге.

Бөгөн күскенсеһе, килмешәге

Мыжғып килеп тулды Уралға.

Йондоҙ һанап, серле төн йөҙөндә

Морон тығам тимә урамға.

 

Сит-ботонан, остан йолҡҡоланған,

Мөнтәлгән бер балаҫ-еркәйем:

Арғаяш һәм Ҡоншаҡ, Ҡыуандыҡһыҙ,

Сафакүл һәм Әлмән, Туҡ-Соранһыҙ,

Минзәләһеҙ, Миәс, Һарыҡташһыҙ...

Танымаҫлыҡ башҡорт илкәйе.

Ҡытай, Ханой баҙарҙары менән

Тулған илдең күпме ҡалаһы?!

Шул сауҙагәр кибеттәре һайын

Ялсылыҡта башҡорт балаһы.

 

Ергә аҫабалыҡ хоҡуғының

Емештәрен иллә тирмәнек.

Булғанының ҡәҙерен ебәрмәйек,

Сит-яттарға ерҙе бирмәйек!

Эсе яна кемдең:

Урал — ожмах,

Күп ерҙәрҙән күркәм, нурлыраҡ.

Тупрағы ла уның ҡайнарыраҡ,

Башҡортостан тәне йылыраҡ!

 

Шуғалыр ҙа бында кешеләрҙең

Ҡулы йомарт, табын - түңәрәк;

Бәғерҙәре күпкә йомшағыраҡ,

Күңелдәре күктән киңерәк.

Аптырайҙар ҡай бер әптерәйҙәр:

“Башҡорттарҙа ҡояш ниңә күп?

Юҡһа әллә ваҡыт буталғанмы –

Ниңә төн түгел ул, ниңә көн?”

Башҡортостан ҡояшы,

көләс балҡып,

Ҡамаштыра мөртәт күҙҙәрен,

Уралымдың алтын-көмөштәре

Ҡыҙҙыралыр ҡомһоҙ күҙҙәрен,

Ҡалтырайҙыр шуға теҙҙәре...

 

“Башҡорттарҙың көнө байыһын”, - тип

Тырышалар йәне һуҡырҙар.

Ирек бирһәң, йә күҙ яҙлыҡтырһаң,

Ҡояшты ла беҙҙең һуғырҙар.

Башҡорт һәм татарҙы өгөтләйҙәр

Губерналар булып йөрөмәккә.

Хыялдары: ҡыуып индермәккә

Милли төбәктәрҙе элмәккә.

Ваҡ өлкәләр менән тигеҙләргә,

Вассал төйәк итеп тоторға,

Эй көҫәйҙәр үрҙә ҡыҙыу баштар

Милләттәрҙе бермә йоторға.

 

Тырышһағыҙ ҙа һеҙ, әфәнделәр,

Хаҡ юлынан халҡым тайпылмаҫ.

Уралымда таш та сәскә атыр,

Кисе етмәҫ, көнө байымаҫ.

Иҫегеҙгә йәнә төшөрәбеҙ

Тарихтағы беҙҙең урынды:

Рәсәй өсөн башҡорт башын һалды

Нисә яуҙа, нисә ҡырғында?!

 

Салауаттар яҡҡан усаҡтарҙың

Осҡондары сәсрәй күҙемә.

Ул осҡондар күберәк осҡан һайын

Көн яҡтыра, эңер һүрелә.

Сафтарыбыҙ булһын тығыҙыраҡ,

Аҙымыбыҙ булһын сосораҡ!

Батыршалар, Салауаттар ҡанын

Күрәш сәйәсмәндәр иҫтәренә

Төшөрәйек әле йышыраҡ!

 

Республика көнө йылына бер

Билдәләнһә рәсми үҙәктән,

Беҙгә көн дә - Республика көнө,

Республика сөнки йөрәктә!

Миңә көн дә - Республика көнө!

Илем менән таңым уяна.

Илем менән иртәләрем имен,

Көнөм иман менән нурлана.

 

Белһәң, Сәләм ағай,

Шиғырыңды

Нисә быуын ятлап үҫкәнен?!

Миндә лә шул -

Ерем әрнеүҙәре

Йөрәгемдән йырға күскәне.

Сағыл ташҡа баҫып,

Сал Уралға

Ҡарайһыңмы әллә үртәлеп?

Заман хәүефтәре үтәһенән

Бойоҡтор ҙа илем иртәһе.

 

Һинекендәй, бәлки, таба алмам

Һүҙҙәрҙең иң наҙын, иркәһен.

Әммә һағынып,

көн дә көтөп алам

Республикамдың мин иртәһен!

 

2004-2005.

 

[1] Ғәлимов Сәләм. Республика иртәһе. Шиғыр. Өфө. 1936 йыл.