Фани донъя. Дан

Фани донъя

 

Робағиҙар

 

Дан

 

Дан — боронғо бабаларҙа маҡтау һүҙе,

Айбарлыҡты, таярлыҡты аҡлау  һүҙе.

Ил яҙмышы өсөн йәне ҡайралғанға

Күңелдәрҙә хаҡ ихтирам һаҡлау һүҙе.

 

1

 

Был донъяла берәүҙе дан илертә,

Йыртҡыс йәнле берәүҙе ҡан тилертә.

Ҡыйышмаған әҙәмде нан һимертә,

Ҡауышмаған йәрҙәрҙе наҙ  тилмертә.

 

2

 

Берәү йәнен фиҙа  ҡыла дан өсөн,

Берәүҙәрҙе күккә сөйә дан көсө.

Изгелеге ил иңендә ирәйер —

Бына кемдер ысындан да дан кеше.

 

3

 

Ир-егеттең  йофарҙай  хуш  еҫе  сығыр,

Яугирлыҡта арыҫландай даны сығыр.

Сәсән ғәмде тыңлатмаһа — йәне сығыр,

Батыр сәмде уятмаһа — ҡаны сығыр.

 

4

 

Урал-батыр тоҡомдары ят ҡунаҡты алыр ҡаршы,

Сабыр ғына хәл һорашыр, һонор ҡымыҙ, ҡуйыр ашын...

Кәрәк  булһа, ерен һаҡлап алышыр ул, нәфрәт ташып,

Уралында ҡалғанғаса ҡылыс ҡайрар һуңғы ташы.

 

5

 

Урал тәне ҡанһыраған, күгәренгән,

Уйһыуҙарҙы  ҡаплап  алған  күк әремдәр.

Айын сөйөп, тәре артып түбәһенә,

Уралымда   күпме   уба   күтәрелгән...

 

6

 

Яһил урыҫ ер таларға ябырылған,

Баш бирмәгәндәрҙе аҫҡан ҡабырғанан.

Барыһын да һыйындырған башҡорт ере, —

Һуңғы төйәк  булған  баҫҡын кафырға ла.

 

7

 

Башҡорт ере тағы тула ҡасаҡ менән,

Ҡоралһыҙҙы туҡтатмайбыҙ бысаҡ менән,

Йортһоҙ-утһыҙ ҡасаҡ хәлен аңлайым да...

Ҡаршылайым хәүеф тулы ҡосаҡ менән.

 

8

 

Күпме фәҡир урамдарҙа хәйер һорай,

Берәү ала, бишәү ҡулы әҙер тора.

Хәйер биреп, сауап алып, ғибрәт ит тә

Хоҙайыңдан үҙеңә лә ҡәҙер һора.

 

9

 

Ике һүҙҙең береһендә — ят тел һүҙе,

Ҡолағымды ярып бара, бөттө түҙем.

Ҡыйналғанмы, ҡыйланғанмы башҡорт теле?

Кем ғәйепле? — Заманыммы? Әллә үҙем...

 

10

 

Эй боларҙы тирә-яҡта донъялар,

Йөрәк яна, милләт яна, ил яна...

Әллә беҙҙән үтә донъя күсәре? —

Башты ярып ҡуймайыҡ, тип уйланам...

11

 

Әйтте берәү: «Беҙҙең халыҡ ваҡланды.

Күңеле тар... Әммә бөйөк!» — Аҡланды.

Бына йомаҡ: үҙе — ыуаҡ, ә бөйөк...

Булмаҫ ташҡа әйләндереп талҡанды.

 

12

 

Олуғ хан да, юлбашсы ла, шах йә батша,

Булһалар ҙа ниндәй генә бөйөк баштар,

Ярлыҡамаҫ, үҙең булһаң тере көйөк,

Сөнки йүнле әҙәм булыу кәрәк башта.

 

13

 

Иман берәү — инанғанға, тоғроларға,

Борғоланһаң, иманһыҙҙар орғоларҙар.

Һәр «көс-көс»кә ымһынырға эт булдыңмы,

Ҡойроғоңдо төрлө яҡҡа борғоларға?..

 

14

 

Ҡай әсәнән — йәнеңдәге ғәмһеҙлек,

Ҡай  сәсәндән — һүҙеңдәге дәртһеҙлек,

Ҡай атанан — быуыныңда кәрһеҙлек,

Ҡай  батанан — зауығыңда  мәнһеҙлек...

 

15

 

Ҡайҙан бәғзе йәнендәге йәмһеҙлек,

Ҡайһы һыуҙан телендәге тәмһеҙлек,

Ҡай тупраҡтан булмышында һолһоҙлоҡ,

Ҡай ырыуҙан уйындағы уйһыҙлыҡ?..

 

16

 

Күсмә тормош тороп ҡалды быуаттарҙа,

Әммә күсә ҡырағайлыҡ быуындарға;

Ҡайҙа беҙҙең халҡыбыҙҙың бөйөклөгө? —

Ҡасан алып сыға башын дауылдарҙан?..

 

17

 

Эй, кешенең һөйләшкәндә тупаҫлығы,

Тел  асҡысын таба алмау хилафлығы!

Ниндәй  матур, һығылмалы телебеҙҙе

Әрәм итә холҡобоҙҙоң тупарлығы.

 

18

 

Ниңә  һаман халҡым йоҡлай,  уянмай,

Уянһа ла, саба ҡурҡаҡ ҡуяндай?

Арыҫландай даны сыҡҡан башҡорттоң

Йөрәгенме алмаштырып ҡуйғандар?..

 

19

 

Беҙ ниңә һуң юғалтабыҙ йөҙөбөҙҙө,

Хәҙер инде танымайбыҙ үҙебеҙҙе, —

Ярты башҡорт, ярты урыҫ… Тарихтарҙан

Баҙлатайыҡ Арҡайымдай эҙебеҙҙе!