Полонез

 

Бөйөк поляк композиторы Огинскийҙың

полонезы «Тыуған ил менән хушлашыу»

тип атала.

 

Хушлашмайым әле ерем менән,

Полонезым, туҡта, яҙылма!

Йәшәү ниндәй матур, туйып булмай,

Яғылмай тор, әжәл, яғылма!..

Иҫ китмәле ерҙә — ҡарлы ҡыштар,

Көрткә батҡан ап-аҡ ҡайындар,

Өйөрөлөп тәңкә ҡарҙар яуа,

Күк яулығын болғай ауылдар...

Гөрләп-шаулап ергә яҙҙар килә,

Дөрләп күтәрелә үләндәр,

Яҙғы донъя — йәп-йәш сибәр ҡыҙҙай,

Билен ҡыҫып торған еләндә...

Ярһып-балҡып килә йәй айҙары.

Дәһшәт бөркә болот, йәшендәр...

Йәйҙәр миңә — ҡымыҙ бешкән саҡта

Ут сәсрәткән еңгә йәшендә...

Бушап ҡалған ҡырҙар, туғайҙарҙа

Томан япҡан моңһоу кәбәндәр.

Йылы өйҙә аулаҡ, усаҡ дөрләй,

Буҙа ҡайнай ағас тәпәндә...

Һис хушлашҡы килмәй, тыуған еркәй!..

Полонезым, зинһар, яҙылма!

Йәшәү йырым тағы яңғыраһын,

Яҡынлама, әжәл, яғылма!..

Полонезым, тыйыл, яҙылма...