Оҙатыу

Оҙаттың һин,
Ярты юлға килеп,
Талпынып та
Бергә китә алмай.
Ниңә икән
Кеше ҡай саҡ шулай
Яҙмыш ҡушыуҙарын үтә алмай?..

Китһәк ине бергә —
Ер сигенә,
Онотоп юлдың хәүеф-һаҡлыҡтарын.
Туҡтатмаһын ине беҙҙе бер ни —
Көн йонсоуы,
Тормош ваҡлыҡтары.

Һиңә ҡалай ауыр булғандыр бит
Ҡайтып китеүҙәре яңғыҙ-ярым!
Татымаһаң ине ғүмерҙә лә
Тол ҡатындар әрен, һағыш-зарын.

Әле тормош тағы шулай ҡуша—
Ҡалдың таныш юлдар сатлығында.
«Оҙатмасы..» — тиһәм, булыр кеүек
Мәхрүм итеү кескәй шатлығыңдан.

Оҙатыуҙар…
Һағыш...
Осрашыуҙар —
Теҙем-теҙем ғүмер быуындары.
Татлы ғазап...
Көтөү...
Ҡауышыуҙар —
Мөхәббәттең ҡанмаҫ һыуһындары.