Өй туйлағанда

Илар ҙа бер тымыр бала,
Берүк етем ҡалмаһын,
Ҡош балаһы кеүек осһон,
Ояһынан яҙмаһын.

Ишек яғы ятҡырмаҫтар,
Тупһаһы туҙмаҫ әле.
Дөбөрҙәтеп бейеһендәр,
Иҙәне һынмаҫ әле.

Тынмаһын сабый тауышы,
Яңғыраһын ғүмерлек.
Ҡиблағыҙ булһын – мөхәббәт,
Татыу донъя көтөрлөк,
Теттереп көн итерлек.
1996.